

Донъяла табиптан да бөйөгөрәк һөнәр юҡтыр. Элек-электән абруйлы һаналған медицина хеҙмәткәрҙәре хәҙер ҙә, яңы технологиялар, заманса дауалау алымдары, шәп ҡорамалдар барлыҡҡа килгән, медицина үҫешкән һәм алға киткән ваҡытта, ҙур абруй менән файҙалана. Өҫтәүенә кеше сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү кеүек оло яуаплылыҡ – улар иңендә. Бөгөн Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһының табип-отоларингологы Айгөл Фидүс ҡыҙы ӘЗМӘТОВА менән һүҙ һаулыҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү саралары һәм башҡалар тураһында.
– Айгөл Фидүс ҡыҙы, отоларингологтар нимә менән шөғөлләнә?
– Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ сирҙәрен дауалау менән шөғөлләнгән отоларингология – медицинаның ярайһы мауыҡтырғыс бер өлөшө. Был ауырыуҙар кешегә әллә күпме һыҙланыу килтерә. Етмәһә, тап улар һөҙөмтәһендә башҡа ағзаларҙа сирҙәр барлыҡҡа килә. Отоларингология күп сирҙәрҙе асыҡлау һәм дауалау менән шөғөлләнә.
Беҙгә пациенттар, нигеҙҙә, йоғошло инфекциялар осоро, көҙ йәки ҡыш килеп еткәс, күпләп мөрәжәғәт итә башлай, сөнки тап ошондай ауырыуҙарҙан һуң эҙемтә булараҡ ҡалған отит, синусит барлыҡҡа килә.
– Эшегеҙҙә ҡатмарлы осраҡтар йыш осраймы?
– Булғылай, әлбиттә, һәм улар алынған тәжрибә кеүек хәтерҙә ҡала. Был камиллашыу өсөн дә кәрәк. Сирле кешегә
тиҙ генә ярҙам итә, шулай итеп, уның тормошон еңеләйтә, яҡшы яҡҡа үҙгәртә алабыҙ икән, күңелдә ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ҡала.
– Әгәр сирҙе ваҡытында дауаламаһаң...
– Үҙ мәлендә “ауыҙлыҡланмаған” һәр ауырыу кешенең йәшәү сифатының насарайыуына килтерә. Ишетеү һәләте кәмегәндәр йәки, мәҫәлән, отит менән ауырығандар ваҡытында табипҡа күренмәһә, был яҡшыға түгел, әлбиттә. Әгәр эренләү осраҡтарын мәлендә бөтөрмәһәң, уның мейегә китеүе һәм һаулыҡҡа ҡатмарлылыҡ килтереүе ихтимал, шуға күрә ҡолағығыҙ ауыртһа, шунда уҡ табипҡа күренергә кәрәк. Үҙ ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы ауырыуҙарға һәм уға бәйләнгән өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймай. Көслө тауыштарҙан ишетеү насарланырға мөмкин. Мәҫәлән, шартлау ваҡытында барлыҡҡа килгән көслө тауыш тулҡыны, барабан ярыһына бәрелеп, уны йыртыуы ихтимал. Бындай осраҡтарҙа, шартлау ваҡытында, ауыҙҙы асып торорға кәңәш ителә.
Шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: сирҙе үҙаллы дауалау менән шөғөлләнмәҫкә кәрәк. Интернет мәғлүмәтте эҙләү өсөн шәп, әлбиттә, әммә һәр ваҡыт һөҙөмтәле түгел. Күптәр яһалма зиһенгә мөрәжәғәт итә, әммә ул да мотлаҡ белгескә барырға ҡуша.
– Хроник сирҙәр тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
– Бындай ауырыуҙарҙы дауалап була. Әгәр консерватив алым һөҙөмтә бирмәй икән, хирургик ысул файҙаланыла.
– Антибиотиктарҙың тәьҫире тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Пациенттар йыш ҡына һәр йоғошло инфекция осрағында антибиотик эсергә тырыша. Белеүебеҙсә, ул вирусҡа тәьҫир итмәй, ә бактериаль инфекция ҡушылған осраҡта ғына тәҡдим ителә. Антибиотик – табип тәғәйенләгәндән һуң файҙаланылырға тейешле препарат. Вируслы инфекциялар осрағында иммуномодуляторҙарҙы ҡулланырға тырышалар.
Әйткәндәй, вирусҡа ҡаршы препараттар күп түгел: киҙеүгә йәки герпес вирустарына ҡаршы булырға мөмкин, башҡалары иммун системаһын көйләй. Ә уны уйламайынса әүҙемләштерергә ярамай. Йоғошло инфекция ваҡытында ятып торорға, күпләп һыу эсергә һәм сир билдәләрен дауаларға, мәҫәлән, тамаҡты сайҡатырға кәрәк.
– Ниндәй осраҡтарҙа кешенең ишетеү һәләтенең кәмеүе ихтимал?
– Бындай хәл, ғәҙәттә, өлкәндәрҙә күҙәтелә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙә лә йыш осрай. Был ҡан тамырҙары патологияһының “йәшәреүе” менән бәйле. Ишетеү һәләтенең кәмеүе ҡолаҡтың ялһыныуы – отит – осрағында булыуы ихтимал. Әммә күп осраҡта ҡолаҡ эсендәге ҡан әйләнешенең насарайыуына бәйле.
Олоғая килә ишетеү һәләтенең насарайыуы күп кешелә күҙәтелә. Әлеге лә баяғы гаджеттарҙы оҙаҡ файҙаланыу йәш быуын вәкилдәренең һаулығына зыян килтерә.
– Ҡолаҡсындар ҙа ишетеү һәләтенә кире йоғонто яһайҙыр?
– Көн дауамында ҡолаҡсын кейеп, музыка тыңлап йөрөгән кешеләр бар. Шунда уҡ һиҙелмәһә лә, был шөғөлдөң зыяны ҙур икәнлеген аңлаһалар ине. Ҡолаҡсындарҙы йыш ҡулланыу – йәштәр араһында ҡолаҡҡа ҡатылыҡтың төп сәбәптәренең береһе. Ишетеү системаһы шулай ҡоролған: эске ҡолаҡ урта ҡолаҡтан оҙонса һәм түңәрәк тәҙрәһе булған һөйәк пластинкаһы менән айырыла. Эске ҡолаҡ сикә һөйәктәре эсендәге нәҙек каналдар, ҡатмарлы ҡыуышлыҡтар системаһынан тора. Был – һөйәкле лабиринт. Уға шыйыҡлыҡ тулған була. Ошо һөйәк лабиринты эсендә уның формаһын ҡабатлаған ярылы лабиринт ята. Унда тирбәлеүҙәрҙе – тауыш тулҡындарын, кәүҙәнең арауыҡтағы торошон ҡабул итеүсе һиҙгер приборҙар (вестибуляр аппарат) бар.
Эске ҡолаҡта ишетеү ағзаһы – ҡусҡар менән тигеҙләнеш ағзаһы – тупһа һәм өс ярым түңәрәк канал урынлашҡан. Улар үҙ-ара бәйләнгән. Ҡусҡарҙың бер яҡ ярылы стенаһында ғына ныҡ итеп тартылған төрлө оҙонлоҡтағы 24 мең һығылмалы епсә бар. Уларҙың һәр береһе үҙ өнө өсөн яуап бирә. Епсәләрҙә өҫтөндә төктәре булған күҙәнәктәр урынлашҡан. Улар ишетеү рецепторҙары тип атала. Ә уларҙың өҫтөндә япма мембрана бар. Һәр рецепторға ишетеү нервыһының осо тоташҡан.
Тауыш тирбәлеүе барабан ярыһына бирелә. Ишетеү һөйәктәре уны оҙонса тәҙрә ярыһына ебәрә, уның аша эске ҡолаҡ шыйыҡсаһына бара. Бөтә ҡуҙғыуҙар спираль ағза рецепторына бирелә. Барлыҡҡа килгән ҡуҙғыу мейе ҡабығының ишетеү зонаһына бара. Шулай итеп, кеше ишетә.
– Әйткәндәй, ҡолаҡты нисек дөрөҫ таҙартырға?
– Ҡолаҡты таҙартырға ярамай, ул үҙенән-үҙе таҙарына. Был процесс тәбиғәт тарафынан үҙе һалынған – ғәмәл сәйнәгәндә атҡарыла. Шуға күрә әлегә сәйнәй белмәгән бәпестәрҙең йәки насар сәйнәгән оло йәштәгеләрҙең ҡолағында сайыр булыусан. Бынан тыш, һәр кемдең үҙенең сайыр биҙҙәренең әүҙемлегенә бәйле. Гиперсекреция сайыр тығынтыһының барлыҡҡа килеүенә сәбәпкә әйләнергә мөмкин.
Мамыҡлы таяҡсалар менән ҡолаҡты таҙартырға ярамай. Һәр лор-табип үҙ тәжрибәһенән әллә күпме пациенттың барабан ярыһын тишеүе осрағы тураһында һөйләй ала. Тышҡы ҡолаҡ юлы ҡолаҡтан барабан ярыһы менән айырылып тора. Ул бик нескә һәм тиҙ йәрәхәтләнә, инфекция эләгә, шуға күрә ҡолағын таҙартырға яратыусыларҙа тышҡы отит күберәк осрай. Шулай итеп, сайыр тығынтыһы – бысраҡлыҡ билдәһе түгел ул. Сәбәп – сайыр биҙҙәренең гиперсекрецияһында һәм сәйнәү процесының боҙолоуында. Бер яҡта ғына сәйнәүҙең дә сайыр тығынтыһын хасил итеүгә этәргес булыуы ихтимал.
Ҡолаҡтағы сайыр ҡолаҡ өсөн файҙалы. Ундағы иммуноглобулин матдәләре был ағзаны төрлө инфекциянан һаҡлай, шуға күрә көн һайын таҙартырға кәңәш ителмәй. Ғөмүмән, мамыҡлы таяҡсалар менән сайырҙы алмайҙар. Был ишетеү ағзаһының зарарланыуына һәм инфекция эләгеүенә сәбәпсе.
Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.
Фото: Айгөл Әзмәтованың шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ