Сәләмәт булайыҡ
11 Сентября , 09:30

Яңы асыш һәр кем өсөн мөһим

Миокард инфаркты - донъяла үлем һәм инвалидлыҡ осраҡтарының төп сәбәптәренең береһе.

Яңы асыш һәр кем өсөн мөһимЯңы асыш һәр кем өсөн мөһим
Яңы асыш һәр кем өсөн мөһим

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Ҡытайҙың Ханчжоу педагогия университеты дисциплинар-ара командаһы киҫкен миокард инфарктын  дауалауҙың, иң тәү сиратта ҡан ағыуын тергеҙеүгә йүнәлтелгән традициялы терапиянан айырмалы, ҡан тамырҙары менән түгел, йөрәк күҙәнәктәре менән эшләйәсәк өр-яңы берләшмәһен булдырҙы.

Миокард инфаркты донъяла үлем һәм инвалидлыҡ осраҡтарының төп сәбәптәренең береһе булып тора. Дауалауҙың заманса алымдары тығылған ҡан тамырҙарында ҡандың ағыуына булышлыҡ итә, әммә йөрәк туҡымаһының процедуранан һуң да зыян күреүе дауам итә.

Беренсе этапта ғалимдар йөрәк туҡымаһының зыян күреү зонаһын кәметеүгә һәләтле молекулаһын булдырҙы. Хәҙер процедура икенсе этапҡа күсте: берләшмәнең һөҙөмтәлелеген биологик моделдәрҙә эксперименттарҙа дәлилләнеләр. Тикшереүселәр Башҡортостан дәүләт медицина университетының Фундаменталь медицина институтының морфология лабораторияһында микроскопия, хемилюминесценция һәм иммуногистохимияны файҙаланды. Алынған һөҙөмтәләр тураһында Башҡортостан дәүләт медицина университетының Фундаменталь медицина институтының морфология лабораторияһы етәксеһе Влас Щекин һөйләне.

 – Лабораториябыҙҙа  деубиквитинировлашҡан ферменттарҙың кардиомиоциттарҙың тергеҙелеүенә ыңғай йоғонто яһауын күрҙек, - тип белдерҙе ул. – Яңы молекула ҡан әйләнеше тергеҙелгәндә йөрәк мускулдарының яңы күҙәнәктәрен – кардиомиоциттарҙы һаҡлай.

Башҡортостан дәүләт медицина университетының эске сирҙәр кафедраһы мөдире Антон Тюрин был механизмдың инфарктты дауалауҙа мөһим икәнлеген белдерҙе.

Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/29578/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас