Сәләмәт булайыҡ
12 Сентября , 20:45

Сәләмәтлегеңде хәстәрләү – тормошҡа иң ҙур инвестиция

Яһалма зиһен табипты алмаштыра алмай. Әммә һанлы ассистент - табиптың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, бөгөн был технологияларҙы ғәмәлгә индереүҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ.

Сәләмәтлегеңде хәстәрләү – тормошҡа иң ҙур инвестицияСәләмәтлегеңде хәстәрләү – тормошҡа иң ҙур инвестиция
Сәләмәтлегеңде хәстәрләү – тормошҡа иң ҙур инвестиция

Яһалма зиһен уйҙырма түгел, ә ысынбарлыҡ

Технологиялар ғәйәт ҙур тиҙлек менән тормошобоҙға үтеп ингән мөғжизәләр заманында йәшәйбеҙ. Кисә генә ғәжәп тойолған, уйлап буй етмәҫлек үҙгәрештәр ғәҙәти ғәмәлдәргә әүерелә. Медицина ярҙамының юғары технологиялы төрҙәренән бик һирәктәр генә файҙаланыуы мөмкин, тигән ҡалыптар артта ҡала бара. Иң алдынғы ҡорамалдар ҡулланып үткәрелгән медицина ярҙамының юғары технологиялы төрҙәре хәҙер республикабыҙҙың эре медицина учреждениеларының барыһында ла эшләнә.

Мәҫәлән, Республика клиник онкология диспансерында хирургик операциялар тап юғары технологиялы медицина ярҙамында яһала. 2026 йылда ошондай 2080 әмәлиәт үткәреү планлаштырыла, йыл башынан торакаль, абдоминаль, колопроктология, баш-муйын профиле буйынса байтаҡ операциялар үткәрелгән. Республика кардиология үҙәгенең былтырғы эш йомғаҡтары иҫ киткес күләмле: 9085 коронарография, 17 периферия артериялары атероэктомияһы, 58 аорта стентграфтары имплантацияһы, 344 йөрәк клапандары операцияһы, 974 аортокоронар шунтлау әмәлиәттәре. Быйыл бындай юғары технологиялы медицина ярҙамы тағы ла артасаҡ, тип күҙаллана.

Бөгөн яһалма зиһендең төрлө өлкәләрҙә кешегә ярҙамға килеүе тураһында йыш һөйләйбеҙ. Айырыуса уның медицинала киң ҡулланылыуы, яһалма зиһендең пациенттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнауының уйҙырма түгеллеге, ә ысынбарлыҡ булыуы яҡшы билдәле. Барыһынан да элек ул электрокардиограмма, рентген һәм компьютер томографияһы һүрәттәрен анализлауҙа алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Бөгөн бөтә донъяла йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре кешелек өсөн төп хәүеф тыуҙырғанда, яһалма зиһендең сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлауға, үлем осраҡтарын кәметеүгә ҙур өлөш индереүенә шаһитбыҙ. Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, яһалма зиһендең ҡатмарлы алгоритмы электрокардиограмманы йәшен тиҙлегендә анализлап, тикшереүҙәрҙе хәүеф төркөмдәре буйынса бүлә – түбән, уртаса йәки юғары. ”Ҡыҙыл” кимәлдәге электрокардиограмманы табип тәү сиратта иғтибарға ала. Икеләтә контроль системаһы киҫкен патологияны асыҡ күрергә ярҙам итә, айырыуса ул үҙҙәренең кардиологы булмаған медицина учреждениеларында мөһим.

 Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы нейрохирургия, травматология, торакаль, гастрохирургия, онкология һәм гинекология профилендәге юғары технологиялы операцияларҙы уңышлы үткәрә. Учреждение яңы заманса медицина ҡорамалдары менән ҡоралланыуын дауам итә, кадрҙар менән даими тулылана. Республика клиник перинаталь үҙәге былтыр әсә һәм бала ғүмерҙәрен һаҡлау буйынса күләмле эштәр башҡарҙы, мотлаҡ медицина страховкаһына ярашлы акушерлыҡ һәм гинекология буйынса 252, неонатология буйынса 620 юғары технологиялы операция үткәрҙе. Был йүнәлештә 2026 йылда ла эш әүҙем дауам итә.

Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында асылған Онкология һәм гематология үҙәге алдында онкология, гематология һәм иммунология сирҙәренә дусар балаларға махсус юғары технологик ярҙам күрһәтеү, был йүнәлештәге медицина ярҙамы сифатын һәм кимәлен яҡшыртыу бурысы тора. Алдағы мөһим этап – үҙәктәге заманса ҡорамалдарҙың бөтә мөмкинлектәрен һәм табиптарҙың белемен тулыһынса файҙаланыу. Белгестәр Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың махсуслаштырылған үҙәктәрендә уҡыу курстарын, ҡайһы берәүҙәре Швейцарияла, Англияла стажировка үткән. Элек ҡулланылмаған диагностика һәм дауалау технологияларының ғәмәлгә индерелеүе, яңы терапия ысулдары хәүефле сирҙәргә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшергә ярҙам итәсәк.

Яһалма зиһен тигәндән, ошо көндәрҙә Өфө медицина хеҙмәткәрҙәренең, Рәсәйҙә беренсе булып, ҡан ташыусы роботты эшкә ҡушыуы хайран ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Республика ҡан ҡойоу станцияһы менән Республика клиник перинаталь үҙәк араһында йөрөйәсәк электрон ярҙамсы йөктө термоконтейнерҙа ала һәм кеше ярҙамынан тыш илтә ала. Рәсәйҙәге ҡан компоненттарын ташыусы беренсе медицина роботы маршрутты яҡшы үҙләштергән. Ул график буйынса түгел, ә заказдарға ярашлы эшләй. Перинаталь үҙәк заказ бирә, робот бурысты һәм йөктө ҡабул итә, ваҡытты экономиялау менән бергә персоналға көсөргәнеште лә кәметә. Автомобиль дә, водитель дә,  бензин да, хатта шәфҡәт туташы ла  кәрәкмәй, ул үҙенең төп функцияһын – пациенттарға ярҙам  күрһәтеү бурысын еренә еткереп үтәй. Ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, хәҙер ҡан компоненттарын  илтеү күпкә уңайлыраҡ. “Машина килгәнен көтөп тормайһың, роботҡа тейәйһең дә оҙатаһың”, – ти ул.

Башҡортостандың медицина өлкәһендәге пландары 2025 йыл башынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырылыусы яңыртылған милли проекттар менән тығыҙ бәйле. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың ғүмерен арттырыуҙа яңы күрһәткестәргә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын – 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем еткереү. Әйткәндәй, хеҙмәттең тәүге емештәре күренә. Мәҫәлән, 2024 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан илдә “Һаулыҡ” милли проекты бурыстарын үтәү кимәле буйынса беренсе урынға сыҡты, ә яңыраҡ республикабыҙҙың “Һанлы ФАП” проекты Рәсәйҙә “Оргздрав: тармаҡ лидерҙары” Бөтә Рәсәй премияһы жюрийы фекеренсә, иң яҡшыһы тип табылды. Һанлаштырыу ауыл халҡына, йәшәгән урынынан ситкә китмәйенсә, ҙур дауахана табиптары һәм белгестәренең кәңәшен алырға мөмкинлек бирә, пациенттарға телемедицина консультациялары ярҙамға килә.

“Юғары технологиялар булыуы яҡшы, ә йәштән сәләмәтлегеңде хәстәрләү, ваҡытында диспансерлаштырыу, тәрән тикшереүҙәр, даими чекаптар үтеү һеҙҙең оҙайлы һәм әүҙем тормошоғоҙға иң ҙур инвестиция буласаҡ”, ти табиптар. Республиканың власть органдары медицина хеҙмәткәрҙәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хеҙмәт коллективтары менән берлектәге эшмәкәрлеге тармаҡты яңыртыуҙы һәм милли проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәсәк. 

Бәхетле, тулҡынландырғыс мәлдәр, еңеүҙәр табиптар яҙмышында аҙ булмаҫ, ауыр сирҙәр менән көрәштә тәьҫирле яңы ысулдар, юғары технологиялар артабан да камиллашыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

“Бөгөн беҙҙең медицина учреждениелары әүҙем рәүештә сифатты контролләүҙең инновацион системаларын индерә. Беҙ һаулыҡ һаҡлауҙың яңы заманса объекттарын төҙөйбөҙ. Республика халҡының 40 процентҡа яҡыны ауылда йәшәй, шуға күрә тәүге звеноны нығытабыҙ һәм үҫтерәбеҙ. 2021 йылдан алып 600 яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырҙыҡ, ә төбәктә улар ике меңдән ашыу – был Рәсәйҙә иң ҙур һан. Һуңғы йылдарҙа ғына Республика онкология диспансерының ҙур корпусын, Республика балалар онкологияһы үҙәген, Кардиология үҙәгенең хирургия корпусын сафҡа индерҙек. Төбәктә 17 яңы поликлиника төҙөнөк, 15 меңдән ашыу медицина ҡорамалдары алдыҡ”.

Ирина НИКОЛАЕВА, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы:

“Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, яһалма зиһен инфарктты иртә стадияла ҙур теүәллек менән асыҡлай ала. Ул табиптарға тиҙерәк дөрөҫ диагноз ҡуйырға, ҡәҙерле ваҡытты экономияларға, белгестәрҙе тәүге скрининг мәшәҡәттәренән ҡотолдорорға, иң ҡатмарлы клиник осраҡтарына иғтибарҙы йүнәлтергә ярҙам итә. Илдең 75 төбәген йәлеп иткән киң күләмле федераль проект алдынғы технологияларҙы түләүһеҙ һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ мөмкинлек бирә. Иң мөһимен һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем: яһалма зиһен табипты алмаштыра алмай. Яуаплылыҡ, клиник фекерләү һәм тәжрибә бары белгестең иңендә. Әммә һанлы ассистент, яһалма зиһен табиптың  алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, бөгөн был технологияларҙы ғәмәлгә индереүҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ”.

Гөлнара СӘЛИХОВА, Республика клиник перинаталь үҙәгенең табип-анестезиолог-­реаниматологы:

“Робот Ҡан ҡойоу станцияһы партнерҙары һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында алынды. Технологиялағы төп өҫтөнлөк эш ваҡытын ҡыҫҡартыуҙа ғына түгел, ә транспортировкалау шарттарының тотороҡлоғонда. Ҡан компоненттары температура режимы һаҡланған термоконтейнерҙа килтерелә. Перинаталь үҙәктә ҡан һәм уның компоненттары бик йыш кәрәк була. Беҙҙең өсөн ваҡыт айырыуса мөһим”.

 

 Фото: Республика кардиология үҙәге сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас