

2027 йылда Өфө “Шифахана” халыҡ-ара форумын ҡабул итәсәк, ул төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән шифахана вәкилдәрен берләштерәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләне.
Башҡортостанда һигеҙ шифахана эшләй, уларҙың ойоштороусыһы – республика. Һауыҡтырыу учреждениеларының дөйөм урындар фонды 3 300-ҙән ашыу. 2025 йылда Башҡортостан шифаханаларын ял итеү өсөн 49 меңдән ашыу кеше һайлаған, шул иҫәптән күрше төбәктәрҙән, ә 2026 йылда - 51 мең самаһы. Шул иҫәптән бында 10,2 мең МХО яугире һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығытҡан.
– 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында шифаханаларыбыҙҙың килем күләме 3,3 миллиард һум самаһы тәшкил итте, был 2025 йылдың ошо уҡ осоронан алты процентҡа күберәк, – тине Наталья Полянская. – Бөтә учреждениелар ҙа үҙҙәренең табышын реконструкциялауға һәм яңы корпустар төҙөүгә, дауалау-диагностика ҡорамалдарын яңыртыуға әүҙем инвестициялай.
Вице-премьер шулай уҡ төбәктең шифахана-курорт комплексы бөтә кимәлдәге бюджеттарға һалым килемдәренең артыуын тәьмин итеүен билдәләне. Атап әйткәндә, өҫтәлмә хаҡҡа һалым ике тапҡырға тиерлек арта һәм 90 миллион һум самаһы тәшкил итә.
“Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов хәбәр итеүенсә, шифаханала 2,2 мең квадрат метр майҙанлы берҙәм дауалау-диагностика комплексы асылған, ә торлаҡ корпустарҙы йәшәү өсөн генә файҙалана башлағандар. 2027 йыл башына номерҙар фондын 607 койка-урынға тиклем арттырыу планлаштырыла. Бынан тыш, учреждениела төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Красноусол балалар шифаханаһына бушлай ярҙам күрһәтеү буйынса план әҙерләнгән.
– Бинаны тикшергән ваҡытта белгестәр тышҡы инженер селтәрҙәренең алмаштырыуҙы талап итеүен асыҡланы. Шулай уҡ балалар шифаханаһы биләмәһендә спорт һәм уйын майҙансыҡтары юҡ, – тине Рәмил Бәҙретдинов. – Конкурсҡа яҡынса смета һәм һатып алыу документацияһын әҙерләнек. Беренсе этапты финанслау суммаһы 41 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Был эштәрҙе 2026 йылдың декабренә тиклем тамамларға планлаштырабыҙ.
Красноусол балалар шифаханаһының баш табибы Зөлфирә Юлдашбаева билдәләүенсә, учреждение йыл һайын аш һеңдереү системаһы, тире һәм терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары булған биш меңдән ашыу баланы ҡабул итә. Уның структураһында 310 койкаға иҫәпләнгән биш балалар бүлексәһе һәм 75 урынлыҡ “Әсә һәм бала” блогы бар.
– Һуңғы ике йылда түләүле эшмәкәрлектән килгән килем иҫәбенә заманса медицина ҡорамалдары һатып алынды, палаталарҙа һәм холдарҙа мебель яңыртылды, процедураларҙан һуң балалар һәм ата-әсәләр өсөн ял итеү зоналары йыһазландырылды, – тине Зөлфирә Юлдашбаева. – Шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылды.
Башҡортостан Башлығы республика шифаханалары етәкселәренә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм эшләп тапҡан аҡсаны үҙ үҫешенә әүҙем инвестициялауҙы тәҡдим итте.
– Һәр һауыҡтырыу учреждениеһының үҙ модернизация программаһы бар, был мәсьәләлә артта ҡалыусылар юҡ тиерлек. Ял итеүселәрҙең туҡланыуға һәм йәшәү шарттарына, күрһәтелгән хеҙмәттәргә талаптары арта барыуын аңлау мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә шулай уҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балансында булған 10 балалар шифаханаһы бар. Уларҙың барыһы ла төрлө хәлдә. Бында ла тәртип урынлаштырырға кәрәк. Шуға күрә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлынан был мәсьәләлә “Красноусол” осрағындағы кеүек ниндәйҙер локомотив булып сығыш яһауҙы һорайым.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ шифахана коллективтарының гуманитар ылауҙар ойоштороуға индергән өлөшөн юғары баһаланы. Республика шифаханалары МХО-ла ҡатнашыусыларға дүрт мең тоннанан ашыу эсәр һыу ебәргән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.