

Ул Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуған. “Ҡарабай олатайым, уның улы Ғибәҙәт олатайым указлы мулла булғандар. Һуңғыһы Ҡазан ҡалаһына барып һабаҡ алған. Ул доғалар, дарыу үләндәре менән дауалау, имләү, өшкөрөү менән шөғөлләнгән. Мөхәмәтмансур олатайым Троицкийҙа Зәйнулла ишандың яратҡан шәкерте була. Шуға ла ул уға үҙенең таяғын бүләк итә. Был ҡомартҡы әле лә Асҡар музейында һаҡлана”, – тип үҙенең нәҫелдән килгән һәләте хаҡында һөйләй ул.
Үҙе ул кешеләрҙе сихәтләү серҙәренә Әбйәлил яҡтарында киң билдәле халыҡ имсеһе Мәрғүбә инәйҙән өйрәнгән. Атаһы яҡлап та, әсәһе яғынан да ошондай дауалау һәләтенә эйә кешеләр булған. Әнисә Рәйес ҡыҙы сыҡҡан быуындарҙы ултырта, эс һылай, күҙ тейеүҙән өшкөрә, һөлөк менән дауалай.
Әнисә апай өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. “Атайҙары менән айырылырға тура килгәйне, барыбер уны үҙемә тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатырға тура килде. Бер аҙҙан үҙемә иптәш осраны. Тормошҡа сыҡтым. Ул диндә, бик матур итеп аяттар уҡый”, – тип шатлығы менән дә бүлеште ул.
Әбйәлил районы Дәүләт ауылында ҡырҙан килгән кешеләрҙе йоҡлатып сығарырлыҡ ҙур йортта йәшәй Әнисә апай. “Бына ҡуна ятып дауаланһындар өсөн махсус бүлмә лә бар. Дауалау өсөн хаҡ ҡуймайым, үҙҙәре белеп бирәләр”, – ти имсе.
Мин дә Әнисә апайға сыҡҡан быуынымды ултыртырға барҙым. Бәләкәй саҡта ауылдың бер инәйе шулай дауалауын күргәйнем. Быуын урынына ултырғас, йүнәлеп китеүҙәренә үҙем шаһит булғайным. Бында ла тойомлау менән аяҡ бармағымдың юҡтан-юҡ шешеп сығыуын шул сәбәптәндер тип уйлағайным. Әнисә апай дөрөҫләне лә быуындарҙы ултыртып та ҡуйҙы.
– Быуын сыҡҡан урынға һары һыу йыйыла, шул киткәнсе матур итеп һылап торорға кәрәк, шуға тағы бер мәртәбә килерһең, – тиһә лә, аяҡҡа еңел баҫыуыма ҡыуандым. Ойоп торған бармаҡ осо яҙылып киткәнен шунда уҡ тойҙом. Өфөгә кире ҡайтырға булғас, хушлашып, юлға сыҡтыҡ. Унан алда Әнисә апай менән сәй артында бик матур әңгәмә ҡорҙоҡ. Балаға уҙа алмаған парҙарҙы ла дауалай икән ул.
- Йәштәр никахлашып йәшәһен ине. Элек тә бит никахһыҙ тыуған балаларҙы “тыума” тигәндәр. Яратмағандар. Шуға был эштә лә Аллаһ Тәғәләнең ризалығында булып, тыума бала табырға тырышмаҫҡа кәрәк, – ти имсе. – Ә мин дауалағандан һуң тыуған балаларҙың иҫәбе-һаны юҡ инде, – тип йылмая ул.
Элек Әнисә апай райондан районға, ҡаланан ҡалаға йөрөһә, хәҙер күберәк өйөндә ҡабул итә. Адресы – Әбйәлил районы, Дәүләт ауылы, Анна Харрасова урамы 7/1-се йорт.
Әнисә апайҙың ихатаһында күҙҙең яуын алыр сәскәләр үҫә. Яҡты, нурлы өй эсендә лә гөлдәр күкрәп-йәйрәп ултыра, урынында сағыу балаҫ түшәлгән. Йәй көнө сәй эсергә, әңгәмәләшеп ултырырға ҡапҡа эсендә иркен тирмә лә ҡуйылған. Апайҙың да йөҙө яҡты, тауышы яғымлы. Ихлас ярҙам итергә тырыша ул үҙенә өмөт бағлап килгән кешеләргә.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Автор фотолары.