Сәләмәт булайыҡ
20 Сентября , 20:00

Көслө генә төнәтмә кәрәк ине, тик спиртһыҙ, тигәйнегеҙ...

Намаҙҙа булған сирлеләр, ғәҙәттә, спиртта төнәтелгән дарыу эсемлектәр ҡулланмай. Бер ханым һыуҙа яһалғанын тәҡдим итә: "Был рецепт әбейемдән ҡалған. 40 йыл элек миңә насар диагноз ҡуйғайнылар, үҙем яһаған ошо дарыуҙы ҡулландым". 

Көслө генә төнәтмә кәрәк ине, тик спиртһыҙ, тигәйнегеҙ...Көслө генә төнәтмә кәрәк ине, тик спиртһыҙ, тигәйнегеҙ...
Көслө генә төнәтмә кәрәк ине, тик спиртһыҙ, тигәйнегеҙ...

Кемгәлер спиртлы төнәтмәләр бармай, ярамай. Шул саҡта ошо рецептың кәрәге тейер, бәлки. Уны гөлнур Мостафина тәҡдим итә.

"Дуҫтарым, күптәрегеҙ спиртһыҙ ғына төнәтмә рецебын һорап яҙҙығыҙ. 40 йыл элек үҙем дауаланған, һыуға яһалған бик тә файҙалы, булыша торган рецепт тураһында. Миндә насар диагнозға шик тыуҙы. Мин бына ошо төнәтмә менән терелдем.

Был төнәтмә гайморитты, гепатитты, ашкҡаҙан ауырыуҙарын (үҙәк көйөүҙе, сей яраны, гастритты), үпкә сирҙәрен, эсәктәге полипты, простатитты, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын да дауалай.

200 грамм ҡайын ороһо йәки бефунгин, 50 грамм меңъяпраҡ, 50 грамм ҡарағай бөрөһө, 50 грамм гөлйемеш, 50 грамм әсе әрем алаһың да ошо үләндәрҙе өс литр ҡайнаған һыуға һалып, әкрен утта ике сәғәт ҡайнатырға, унан быяла һауытҡа ҡойоп, яҡшылап йылы әйбергә төрөп 24 сәғәт тоторға. Шунан һөҙәбеҙ ҙә тағы 200 грамм алоэ һуты һәм 500 грамм яҡшы бал һалып, төрөп тағы ете көн тотабыҙ. Бына беҙҙең төнәтмәбеҙ әҙер.

Шуны көнөнә ашарҙан ике сәғәт алда бер сәй ҡалағы эсәбеҙ. Ошо банканы бөткәнсе эсергә кәрәк. Был рецепт минең әбейҙән ҡалған. Әбейем дә үләндәр менән кеше дауаланы", - тигән Гөлнур Мостафина.

ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Дарыуҙың ярамағанын белдереүсе медицина күрһәтмәләре бар. Дауаны ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.

 

И. Ҡудашева фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас