

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы 21 - 27 сентябрҙә Үпкә сәләмәтлеген һаҡлау аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Тын алыу ағзалары тайпылыштары барлыҡҡа килеүендә тәмәке тартыу, һауаның бысраҡлығы, респиратор инфекциялары ҙур роль уйнай. Күптәр тәмәке тартыу ғәҙәтенән арынырға теләй. Әммә унан ҡотолоу юлдарының анһат булмауын да улар яҡшы белә. “Әллә нисәмә тапҡыр тәмәкене ташларға ынтылып та, уға нисек тотонғанымды һиҙмәй ҙә ҡалам”, тигәндәрҙең зарланыуын ишеткән бар. Тартыуҙы ташлағандар ҙа организмдарындағы аңлашылмаған үҙгәрештәрҙе һиҙеп, йыш ҡына яңынан элекке ғәҙәттәренә тотона. Ысынлап та, тәмәке тартыуҙан ҡотолоу ауыр, сөнки организмда молекуляр үҙгәртеп ҡороуҙарҙан тыш, ағзалар һәм системалар функцияһы ла, кәйеф тә үҙгәрә.
Тәмәке тартыуҙы ташлауҙың тәүге көндәрендә үк хәл-торошонда яҡшы үҙгәрештәр күрергә теләгәндәр яңылыша, әлбиттә. Оҙайлы йылдар дауамында тәмәке рәүешендә допинг алырға күнеккән организм күнегелгән ғәҙәтте кире ҡайтарырға тырышасаҡ, әлбиттә. Кеше был көс менән көрәшкеһе килһә, уға ҡаршы торорға өйрәнергә тейеш. Кемдең ихтыяр көсө ҙур - зарарлы ғәҙәттән тиҙ арала ҡотолорға мөмкин.
Бер йыл тәмәке тартыу осоронда үпкәгә бер килограмға яҡын тәмәке ыҫмалаһы эләгә, ул ҡыуыҡсаларҙы юҡҡа сығара һәм үпкә көпшәһен тарайта. Токсик матдәләр һәм электрон сигареттарҙағы парҙар тын алыу юлдарын ҡуҙғыта, хроник бронхитҡа алып килә, бронх астмаһына һәм үпкәнең обструктив сире үҫешенә алып килеүе мөмкин. Үпкә сәләмәтлегенә ауыҙ ҡыуышлығы патологияһы, гастроэзофагеаль рефлюкс сире, эскелек, ҡайһы бер неврология ауырыуҙары йоғонто яһауы ихтимал. Йөрәк етешмәүсәнлеге, йөрәк ишемияһы, артериаль гипертония, шәкәр диабеты кеүек хроник сирҙәр пневмония хәүефен арттырыуы мөмкин. Пневмония, хроник обструктив үпкә сиренән үлем хәүефе бик юғары. Шуға күрә был сирҙәрҙең үҫешен тотҡарлау өсөн тырышырға кәрәк. Диспансерлаштырыу, профилактик тикшереүҙәр, прививкалар – сирҙе асыҡлауҙа һәм дауалауҙа һеҙҙең ярҙамсыларығыҙ. Сәләмәтлегегеҙгә яуаплы ҡараш, үпкә торошона, йәшәү рәүешенә һиҙгер мөнәсәбәт оҙайлы һәм бәхетле тормош кисерергә ярҙам итер.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.