

17 сентябрҙә Рәсәйҙә Бөтә донъя пациент хәүефһеҙлеге көнө билдәләнде.
Был дата Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан 2019 йылда һаулыҡ һаҡлауҙа хәүефһеҙлек культураһының нисек мөһимлегенә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн булдырылған. Бында һүҙ иң ябай нәмәләр тураһында бара: медицина ярҙамы күрһәткәндә кешегә зыян килтереүҙе иҫкәртеү.
Зыян килтереү осраҡтарының яртыһынан күбеһен булдырмаҫҡа булыр ине, йәғни һәр егерменсе пациент айырым саралар күрелгәндә өҙлөгөүҙәргә юлыҡмаҫ ине. Осраҡтарҙың күбеһе дарыу препараттары, доза билдәләүҙәге хаталар, төрлө дауалау сараларының үҙ-ара тап килмәүе, ярашмауы менән бәйләнгән. Тимәк, проблемаларҙың күбеһе хирургия әмәлиәттәре менән түгел, ә кеше факторы менән бәйләнгән.
Дауалау һөҙөмтәһе һәм хәүефһеҙлектең күп осраҡтары табиптарҙан тора. Пациент табипҡа мөрәжәғәт иткәндә үҙен бик әүҙем тоторға, сирен йәшермәй һүрәтләргә, һорауҙар бирергә тейеш. Иң төп ҡағиҙә: һәр ваҡыт тәғәйенләнгән препараттарҙың атамаһын, дозировкаһын яҡшы белергә, тикшерергә тейешһең. Дарыуҙар ҡулланыуҙа хаталаныуҙар – иң йыш осраған проблемаларҙың береһе, пациенттың иғтибарлы булыуы ҡайһы саҡта етди эҙемтәләрҙән һаҡлап алып ҡала. Дарыуҙың ниндәй кире эҙемтәһе булыуы мөмкин, яңы препарат башҡа саралар менән нисек тәьҫир итешә – барыһын да белешегеҙ. Айырыуса бер юлы бер нисә дарыу тәғәйенләнгәндә был бик мөһим.
Хәүефһеҙлек тик дарыу төймәләре менән генә сикләнмәй. Йыш ҡына ябай ҡағиҙәләрҙе инҡар итеү йәки онотоу дауаханға ятырға мәжбүр итә. Даими ҡул йыуыу, айырыуса ашар алдынан, урамда, лифтта, коридорҙа, транспортта булғандан һуң һабынлап ҡул йыуыу йоғошло сирҙәрҙе йоҡтормауҙың нигеҙе булып тора. Әгәр диагнозға ҡарата шик бар икән, уны нығыраҡ асыҡлау өсөн тағы ла бер нисә табипҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был – һеҙҙең хоҡуғығыҙ. Операция йәки башҡа процедура алдынан уның нисек яһалыуын, нисек үтеүен, ниндәй хәүеф булыуы мөмкинлеген мотлаҡ һорашығыҙ.
Ҡайһы бер ауырыуҙар табиптарға һорауҙар бирергә тартына. Ҡатмарлы терминдарҙы, дауалау ысулдарын аңлатыуҙарын һорағыҙ. Был – һеҙҙең хәүефһеҙлек факторҙары. Анализдар биргәндә лә белмәгәнегеҙҙе һорашырға хоҡуғығыҙ бар.
Һәр пациент үҙенең хоҡуҡтарын яҡшы белергә тейеш: законға ярашлы ниндәй түләүһеҙ медицина ярҙамын алыуы, дауалауҙан баш тартҡанда ниндәй шарттар ҡаралыуы мөмкин? Хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа, тупаҫлыҡ, дорфалыҡ, түләүле хеҙмәттәрҙе көсләп тағыу менән осрашһағыҙ, тартынмағыҙ, өндәшмәй ҡалмағыҙ – страховкалау компанияһына йәки “Росздравнадзор” ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Федераль закон менән нығытылған. Документҡа ярашлы, һәр граждан үҙенең сәләмәтлеге тураһында тулы мәғлүмәт алыуға, табиплыҡ серен һаҡлауға, эҙемтәләрен мотлаҡ аңлатҡандан һуң медицина ярҙамынан баш тартыуға хоҡуҡлы. Дауаханала хәүефһеҙлек һеҙҙең үҙегеҙҙән башлана. Әүҙемлек, хоҡуҡтарыңды белеү, табип менән асыҡ диалог сәләмәтлегеңде һаҡларға ярҙам итәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюды.