Үҙәк көйөү кеүек насар күренеш күптәргә яҡшы таныш. Түбәндәге ябай ғына алымдар, бәлки, кемгәлер ярҙам итер.
- Сәтләүек йәки көнбағыш емеше ашап ҡарағыҙ. Сәтләүектең ниндәйе булһа ла ярай.
- Бер балғалаҡ үҫемлек майы эсегеҙ (көнбағыш, зәйтүн майы мөмкин).
- Ҡаты сортлы һутлы алма йәки кишер ашағыҙ.
- Үҙәк көйөүҙән укроп һәм аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе ярҙам итә.
- Бер стакан йылы һөт эсергә мөмкин.
- Етен орлоғо үҙәк көйөүгә ҡаршы һөҙөмтәле сараларҙың береһе һанала.
- Бер стакан кефирға (ҡатыҡҡа) ике балғалаҡ етен орлоғон һалып, яҡшы итеп туғып эсһәгеҙ, ун минуттан үҙәк көйөү тулыһынса баҫылыр.
Профилактика өсөн
- Өс аш ҡалағы етен орлоғон ҡәһүә тарттырғыс йәки блендер ярҙамында ваҡлағыҙ. Бер стакан ҡайнар һыу, бер балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. Ҡунаҡҡа барырға булһағыҙ, әлеге коктейлде ашарҙан ярты сәғәт алдан эсегеҙ.
- Бер үк нисбәттә (бер нисә аш ҡалағы) картуф менән кишер һутын болғап эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.
- 20-шәр грамм һары мәтрүшкә, аҡ сәскә һәм юл япрағын бергә ҡайнатып төнәтмә әҙерләгеҙ. Ашар алдынан ярты сәғәт алда бер аш ҡалағы эсергә.
Фото Гигачатта яһалма зиһен ярҙамында эшләнде (https://giga.chat)