Сәләмәт булайыҡ
3 Октября , 17:50

Питбайк уйынсыҡ түгел

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр балаларына ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә ваҡыт тапмай. Шул уҡ питбайкты нисек ҡулланырға, нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш. Тулыраҡ - сайтта:

Добавить в предпочтительные источники Google
Питбайк уйынсыҡ түгелПитбайк уйынсыҡ түгел
Питбайк уйынсыҡ түгел

Хәҙер юлдарҙа электр самокаттарынан да хәүефлерәк питбайктар елдерә. Был транспорт сараһы күптәргә арзан, экономиялы һәм йөрөтөргә уңайлы булыуы менән оҡшай, әммә уның ғүмер өсөн хәүефле икәнлеге тураһында күптәр уйлап бирмәй. Бер-береһен уҙырға тырышып, төрлө маневрҙар яһап, уйынсыҡ кеүек күреп, ысын транспорт сараһы икәнлеген күҙ уңынан ысҡындыралар.

Был техник сара спорт инвентарына ҡарай һәм, унда дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөү тыйылған булыуына ҡарамаҫтан, йәш быуын вәкилдәрен туҡтатмай. Улар тарафынан трассала юл-транспорт фажиғәләре даими ҡылына һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар зыян күрә. Шуны билдәләргә кәрәк: питбайкты балаларға, нигеҙҙә, ата-әсәләре үҙҙәре һатып алып бүләк итә һәм транспорт сараһының ғәзиз улдарының, ҡыҙҙарының ғүмеренә ниндәй ҙур хәүеф янауы тураһында уйлап бирмәй.
Питбайк,  рәсми рәүештә спорт инвентары тип һаналмағас, дәүләт автоинспекцияһында иҫәпкә ҡуйылмай, уға теркәү номерҙары талап ителмәй. Уны кросс тректары кеүек спорт трассаларында ғына ҡулланырға ярай.

Ошо көндәрҙә республиканың Йәмәғәт палатаһында “Бала саҡ хәүефһеҙлеге: яғыулыҡ әйләнешен көйләү һәм бәлиғ булмағандарҙың питбайктарҙы файҙаланыу” темаһына “түңәрәк” өҫтәл һөйләшеүе булды. Унда башҡарма власть органдары, көс структуралары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Инновация үҫеше, бәләкәй һәм урта бизнес мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡ һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комиссия рәйесе Анна Иҙрисова асты, күптәрҙең питбайктарҙы ҡуллана алыуы, бензинды еңел һатып алып булыуы – быларҙың барыһының да бәлиғ булмағандарға, эргә-тирәләгеләргә хәүеф янауы хаҡында әйтте.

- Бәлиғ булмағандарға бензин һатыуҙы закон тарафынан сикләргә кәрәк. Башҡа төбәктәрҙә ошондай тәжрибә бар. Башҡортостанға хоҡуҡи механизмдарҙы – йәште тикшереү тәртибен һәм иҫкәрмәләрҙе билдәләргә кәрәк, – тине ул.

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының Продукция әйләнешен, тауарҙарҙы маркировкалауҙы легализациялау һәм сауҙа объекттарын террорға ҡаршы һаҡлау бүлеге етәксеһе Наил Яхин Рәсәйҙәге 20-нән ашыу төбәктә 18 йәштән кесерәктәргә автомобиль яғыулығын һатыуға сикләүҙәр индерелеүе тураһында әйтте. Ул шулай уҡ, сауҙа һәм көнәркәшлекте һаҡлау тураһындағы федераль закондар сәбәпле, төбәк кимәлендә бындай башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡыйынлыҡтар хаҡында һөйләне. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы иһә берҙәм федераль норматив актты ҡабул итеү яҡлы.                                                                                                                                                                                                               

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һының айырыуса ҡушыуҙар буйынса өлкән инспекторы, полиция майоры Линар Зиннуров, Аңлы рәүештә идара итеү үҙәге етәксеһе Сергей Савенков, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы Административ практика надзор эшмәкәрлегенә һәм иҫкәртеү эшенә идара итеү бүлеге етәксеһе урынбаҫары Николай Иванов үҫмерҙәр тарафынан автоһәләкәттәр һәм янғындар статистикаһы тураһында һөйләне. Быйыл һигеҙ айҙа ғүмере өҙөлгән 11 баланың туғыҙы транспорт сараһы пассажиры булған.

- Юлдарҙа балалар ҡатнашлығындағы һәләкәттәрҙең 22,3 процентҡа кәмеүенә ҡарамаҫтан, хәл киҫкен ҡала, – тип билдәләне Линар Зиннуров.

Нефтекама, Салауат һәм Сибай ҡалаларында юл-транспорт фажиғәләре һаны артҡан. Балалар күп кенә осраҡта транспорт сараһына водитель танытмаһынан тыш идара итеүе һәм үҙенең һаҡһыҙлығы һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнә. Шишмә районында ата-әсәһе бүләк иткән питбайкта һәләк булған 14 йәшлек үҫмерҙең һәләк булыу осрағы тураһында йәнә һүҙ булды.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан һигеҙ ай эсендә 1600-ҙән ашыу административ материал төҙөлгән. Уларҙың 1349-ы – бәлиғ булмағандарҙың транспорт сараһына идара иткән өсөн. Шул уҡ ваҡытта 125 үҫмерҙең алкоголле эсемлек ҡулланыуы асыҡланған. Барлыҡ транспорт саралары штраф туҡталҡаһына ҡуйылған. “Түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүендә ҡатнашыусылар питбайктарҙы эвакуациялау ғына түгел, конфискациялау тураһында ла һөйләште. Шулай уҡ ата-әсәләрҙе питбайкты бүләк итеү кеүек хәүефле ғәмәлдәргә йәлеп иткән өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 151.2-се статьяһына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыу әүҙем ҡулланыла. Максималь яуаплылыҡ – бер йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм транспорт сараһын конфискациялау ҡаралған.

Әйткәндәй, Сибайҙа суд бәлиғ булмаған улына питбайк һатып алған ҡатынға ҡарата ҡарар ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә үҫмер юл-транспорт фажиғәһенә тарыған һәм ҡаты йәрәхәтләнгән. Был – төбәктә ата-әсәләрҙең бәлиғ булмаған балаһына ике тәгәрмәсле транспортты һатып алғаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылыуының тәүге осрағы. “Лукойл-Уралнефтепродукт” һәм “Ирбис” йәмғиәттәре  лә 18 йәшкә тиклемгеләргә транспорт яғыулығын һатыуҙы сикләү тураһындағыы ҡарарҙы ҡабул иткән дә инде.

– Юлдарҙа балалар менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙың кәмеүе көн һайын барлыҡ хеҙмәттәрҙең ЮХХДИ, мәктәп һәм ғаилә менән эшләү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Барыһы ла ғаиләнән башлана, шуға күрә ата-әсәләр үҙҙәренең ғәмәле өсөн яуаплы булырға тейеш,  – тине Линар Зиннуров.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр балаларына ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә ваҡыт тапмай. Шул уҡ питбайкты нисек ҡулланырға, нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш. Сөнки юл-транспорт фажиғәһе һаҡһыҙлыҡтан, уның ниндәй ҡурҡыныс янауын аңламауҙан килеп сыға. Ата-әсәләргә балаларға мототехниканы һатып алғанда уның хәүеф сығанағы икәнлеге, уға идара итеү ҡағиҙәләренә өйрәтеү, питбайктарҙы файҙаланыуҙы контролгә алыу, ут һәм бензинды файҙаланыу тураһында өйрәтергә кәрәк.

Сарала ҡатнашыусылар мәктәптә юл хәрәкәте һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү, ошо йәһәттән ата-әсәләр менән эшләү, иҫкәртеү әйберҙәрен, шул иҫәптән мәктәп кәрәк-яраҡтарында ҡулланыу тураһында ла һөйләште. Маркетплейстар аша питбайктарҙы һатып алғанда, яғыулыҡ өсөн түләүселәрҙең йәшен тикшереүгә айырым иғтибар бүлергә ҡуштылар. Бынан тыш, транспорт сараһы менән сауҙа итеүҙе сикләү, юл ҡағиәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында һөйләшеү булды. “Түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеүҙең һөҙөмтәләр резолюцияһы, сарала ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, профилле ведомстволарға ебәреләсәк.

Балағыҙға транспорт сараһын һатып алыр алдынан уның ғүмере тураһында ныҡлап уйлағыҙ. Үҫмерҙәр рөхсәт ителгән тиҙлекте күпкә арттырыуы, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуы, йәйәүлеләрҙе үткәрмәүе, хәүеф тыуҙырып, ҡаршы һыҙатҡа сығыуы, хатта спиртлы эсемлек ҡулланып руль артына ултырыуы арҡаһында һәләкәткә юлыға. Питбайкта ниндәй хәүеф йәшеренгәнен балаларға тәү сиратта ата-әсәгә аңлатыу зарур.

Автор фотолары.

Питбайк уйынсыҡ түгел
Питбайк уйынсыҡ түгел
Питбайк уйынсыҡ түгел
Автор:Айһылыу Низамова