

Башланғыс Рәсәй территорияһында электрон тәмәке етештереүҙе, индереүҙе һәм һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота. Документ Финанстар һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына ебәрелгән.
Закон проекты авторҙары билдәләүенсә, ғәмәлдәге төбәк саралары тейешле һөҙөмтә бирмәй, сөнки ҡулланыусылар продукцияны күрше төбәктәрҙә һатып алырға ла мөмкин. Төп проблема — электрон тәмәкеләрҙең бәлиғ булмағандар араһында киң таралыуы: 2023–2024 йылдар статистикаһы буйынса, һәр өсөнсө үҫмер вейптарҙы ҡулланып ҡараған.
Фото: нейроселтәрҙән.