Сәләмәт булайыҡ
6 Октября , 13:30

Көҙгө бошонҡолоҡтан нисек ҡотолорға?

Көндәр ҡыҫҡарып, ҡояш һирәк күренә башлағас, күңел төшөнкөлөгө биләп ала, әммә был хәлде еңеләйтеү юлдары бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көҙгө бошонҡолоҡтан нисек ҡотолорға?Көҙгө бошонҡолоҡтан нисек ҡотолорға?
Көҙгө бошонҡолоҡтан нисек ҡотолорға?

Көҙ етте. Йәйге йылы көндәр артта ҡалды. Иртән торһаң, тышта әле ҡараңғы. Күптәр үҙҙәрен йонсоу, күңелһеҙ тойоуын белдерә. Был — көҙгө моңһоулыҡ. Ул сир түгел, әммә унан ҡотолорға кәрәк.

Ни өсөн шулай була? Ҡояш нуры аҙайғас, организмда серотонин тигән матдә кәмей. Ул — кәйеф өсөн яуаплы матдә. Шуға ла кеше үҙен бошонҡо, йоҡомһорау тоя. Ҡайһы берәүҙәр өсөн иртән тороуы ауырлаша.

Был хәлдән сығыу өсөн бер нисә ябай ысул бар. Уларҙы көндәлек тормошҡа индерергә тырышығыҙ.

Яҡтылыҡ ярҙам итә. Иртәнге яҡтылыҡ кәйефте күтәрә. Тәҙрә ҡормаларын иртәрәк асығыҙ. Өйҙә яҡты лампалар ҡулланығыҙ. Әгәр мөмкинлек булһа, махсус яҡтылыҡ лампаһы алығыҙ — ул иртән 20–30 минут янып торһон.

Йәйәү күберәк йөрөгөҙ. Һалҡын булһа ла, урамға сығығыҙ. Йәйәү йөрөү ҡан әйләнешен яҡшырта, кәйефте күтәрә. Көнөнә 30 минут йөрөү ҙә етә. Ямғырлы көндәрҙә ҡулсатыр алығыҙ ҙа  йөрөгөҙ.

Аҙыҡҡа иғтибар итегеҙ. Кәйефте күтәрә торған ризыҡтар барлығын барыһы ла белә. Майлы балыҡ, сәтләүек, ҡара шоколад, банан — былар серотонинды арттыра. D витамин ла бик мөһим. Шуға ла балыҡ, йомортҡа, һөт продукттары ашағыҙ.

Хәрәкәт итә белегеҙ. Спорт кәйефте күтәрә. Гимнастика, йөҙөү, бейеү — барыһы ла яҡшы. Хатта өйҙә ябай күнекмәләр эшләү ҙә ярҙам итә. Тән йылынғас, күңел дә йылына.

Яңы шөғөл табығыҙ. Көҙ — күңелгә ятҡан һөнәргә тотоноу өсөн яҡшы ваҡыт, яңыларын өйрәнеү тағы ла яҡшыраҡ. Бәйләү, сигеү, һүрәт төшөрөү, китап уҡыу — барыһы ла ыңғай йоғонто яһай. Ҡул менән эшләгәндә күңел тыныслана, ял итә.

Аралашыуҙы онотмағыҙ. Яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән һөйләшеп тороғоҙ. Кемдер менән сәй эсеү йә бергә саф һауала йөрөү, кино ҡарау — яҡшы тәьҫир итә. Яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырышығыҙ.

Ял итеү мөһим. Йоҡо етерлек булһын. Көнөнә 7–8 сәғәт йоҡларға кәрәк. Ятырҙан ике сәғәт алдан уҡ телефонығыҙҙы, телевизорҙы һүндерегеҙ. Йоҡо — организмдың ял итеү ваҡыты.

Әгәр был ысулдар ярҙам итмәһә, табипҡа йәки психологка мөрәжәғәт итегеҙ. Ҡайһы саҡ моңһоулыҡ депрессияға әйләнергә мөмкин. Ул саҡта белгес ярҙамы кәрәк.

Көҙ — матур миҙгел. Ул үҙенең төҫтәре, емештәре, тыныслығы менән ҡиммәтле. Уны яратырға өйрәнегеҙ. Ә кәйеф төшһә — әлеге ябай ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ. Ҡыштан һуң тағы яҙ килә, яҡты, йылы көндәр ҡабат әйләнеп киләсәген онотмайыҡ!

Фото:нейроселтәр.

Автор:Илмир Ҡотлогилдин