Сәләмәт булайыҡ
12 Октября , 13:15

Йүткереүҙән ярҙам итер

Киҙеүҙең таралған сағы. Бәлки, һеҙгә лә ярҙамы тейер. Компрестарҙың бер нисә рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Йүткереүҙән ярҙам итерЙүткереүҙән ярҙам итер
Йүткереүҙән ярҙам итер

Оҙайлы йүткереү яфалаһа, төрлө компрестар менән дауаланғанда сир ҡул менән һыпырып алған кеүек булыр. Уларҙың бер зыяны ла юҡ, тын алыу ағзалары сирҙәренә бик яҡшы ярҙам итә, хатта кескәй балаларға ла ҡулланырға мөмкин.

Компрестарҙың бер нисә рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ:

*Берәр ҡалаҡ бал һәм тоҙҙо ҡушып, бинтҡа йәки сепрәккә һыларға һәм төнгөлөккә күкрәккә ҡуйырға. Иртән күкрәкте дымлы салфетка менән һөртөп алырға. Ғәҙәттә, тоҙ ғына тороп ҡалыусан.

*Тигеҙ күләмдә көнбағыш майы, бал һәм он алына. Уларҙы шулай уҡ бергә ҡушып, бинтҡа һыларға һәм күкрәккә бәйләргә. Өс сәғәттән йыуабыҙ.

*Бер аш ҡалағы бал, шул уҡ күләмдә он, ҡоро гәрсис һәм бал ҡушабыҙ. Йоҡа итеп йәймә йәйәбеҙ ҙә арҡаға йә күкрәккә һылайбыҙ. Ике сәғәттән алабыҙ.

Ғәҙәттә, үрҙәге рецептарҙы ҡулланғандан һуң бер-ике сәғәттән йүткереү ҡул менән һыпырып алған кеүек була.

Һау-сәләмәт булығыҙ, мотлаҡ рәүештә табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Карима Усманова