

Тән яҙыу менән башлап була: көндөҙ тышта 20–30 минут йөрөү эске сәғәттәрҙе көйләүгә килтерә һәм серотонин эшләп сығарыуға ярҙамлаша. Өйҙә тәҙрәләрҙе асып елләтеп алыу ҙа файҙалы. Шулай уҡ һәр хәрәкәт — тиҙ йөрөү, яратҡан йырға бейеү йәки гимнастика — ҡан әйләнешен тиҙләтеп, организмда эндорфиндар бүленеүенә ярҙам итә. Йылы эсемлек — какао, тәмләткестәр менән сәй йәки үлән сәйе лә файҙалы.
Хис-тойғолар ҙа кәрәк. Йомшаҡ шәл, ойоҡ йәки ҙур свитер кейеү күңел тыныслығын тиҙерәк килтерә.
Тауыштар аша да тынысланырға мөмкин — яратҡан йырҙарҙан торған плейлист, тәбиғәт тауыштары йәки аҡ тауыш күңелгә рәхәтлек бирә, «йылы» контент — йәнлектәр тураһында видео, бала саҡтан ҡалған йәнһүрәт кәйефте күтәрер.
Берәй ваҡ эш эшләп, үҙеңә ышанысыңды арттырыу ҙа мөһим. Бер кәштәне йыйыштырыу, сәскәләргә һыу һибеү йәки өс нәмәне урынына ҡуйыу — был бәләкәй генә булып тойолған эштәр дофамин эшләнеүен күтәрә.
Кешеләр менән бәйләнеш һәм ижади тыныслыҡ та ярҙамы тейә: дуҫҡа бер йылы һүҙ яҙыу, «хәлдәрең нисек?» тип һорау йәки 10 минут һөйләшеү ҙә бәйләнеште тойорға булышлыҡ итә. Ижадтың ваҡ формалары — бер һыҙыҡ һыҙыу, пластилиндан берәй нәмә эшләү, коллаж төҙөү йәки иң ябай рецепт буйынса бешереү процесыла файҙалы.
Көҙгө йолалар — шәм янында какао эсеү, көҙгө сағыу япраҡтар араһында йөрөү— күңелгә тәртип һәм ышаныслылыҡ килтерә. Саф һауала берәй паркта китап уҡыу ҙа кәйефте күтәрә.
Әгәр һағыш бер аҙнанан ашыу дауам итеп, йоҡоға, ашауға, эшкә ҡамасаулай башлаһа, табип йәки психолог менән һөйләшеү мөһим, витаминдар һәм дарыуҙарҙы һәр саҡ табип кәңәше менән ҡабул итергә кәрәк.
Һәр көндөң матурлығын, яҡшылығын тойоп йәшәйек!
Фото интернет селтәренән.