Сәләмәт булайыҡ
16 Октября , 16:45

Ни өсөн тән ойой, баш ауырта?

Ауыртҡан урындарҙы ныҡ итеп, ауырттырғансы ыуғыламағыҙ... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ни өсөн тән ойой, баш ауырта?Ни өсөн тән ойой, баш ауырта?
Ни өсөн тән ойой, баш ауырта?

Компьютер алдында эшләгәндә күптәр муйындың ауыртыуына зарлана. Айырыуса эш аҙағында ул көсәйә, иғтибарҙы тарҡата. Эксперттар әйтеүенсә, муйын ауыр башты тотоп торған арҡаның иң хәрәкәтсән һәм яҡланмаған, “йомшаҡ” өлөшө. Ауыртыу йышыраҡ күҙ кимәленән түбән торған экранға башты эйгәндә барлыҡҡа килә. Нығыраҡ эйелгән һайын көсөргәнеш тә арта. Сәғәттәр буйы хәрәкәтләнмәй ултырыу сәләмәтлек өсөн зарарлы – мускулдар ойой, ҡан ағымы насарлана.

Даими стресс кисереү арҡаһында ла муйын ауыртыуы һиҙелә, яурын һәм муйын ҡыҫыла, ваҡыт үтеү менән спазм нығый, ә арҡаның йомшаҡ мускулдары һынды тоторға ярҙам итмәй һәм көсөргәнеш муйынға төшә. Компьютер артында эш барышында елкәлә ауырлыҡ, яурындарҙа көсөргәнеш һиҙелә, баш ауырта, баш боролоштары сикләнә.  

Эш ваҡытында ауыртыу һиҙһәгеҙ, урындан тороп йөрөштөрөгөҙ. Муйынығыҙҙы киҫкен бормағыҙ, ауыртҡан нөктәләрҙе ауырттырғансы ыуғыламағыҙ. Компьютер алдында дөрөҫ ултырығыҙ. Экрандың өҫкө өстән бер өлөшө күҙ тәңгәлендә булһын, күҙҙәр менән экран араһы 50-70 сантиметр тәшкил итһен. Кәүҙә торошон һәр 30-60 минут һайын алыштырып тороғоҙ. Ултырғыс арҡаһы билегеҙҙе тотһон, аяҡ табандары иҙәнгә тейеп торһон. Һәр 30–60 минут һайын  һуҙылыу, хәрәкәтләнеү өсөн ҡыҫҡа тәнәфес кәрәк. Күнегеүҙәр һығылмалы, йомшаҡ булырға, ауыртыу тыуҙырмаҫҡа тейеш. Муйын ауыртыуын иҫкәртеү өсөн хәрәкәтләнеү, арҡа мускулдарын нығытыу, йөҙөү, йәйәү йөрөү ярҙам итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Дина Арсланова