

Башҡортостан Рәсәйҙә мРНК-препараттары етештереүҙең тулы циклына эйә беренсе төбәк буласаҡ. Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан дәүләт медицина университеты майҙанында мРНК-технологиялары Фәнни-техник үҙәге фәнни-техник советының бишенсе ултырышы булып үтте. Иғтибар үҙәгендә – технологияларҙы онкологияла, инфекцияларҙы иҫкәртеүҙә, кардиологияла һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланыу, шулай уҡ “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекттарына ярашлы инфраструктураны үҫтереү.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев ватан биомедицинаһын үҫтереүҙә Өфөнөң һәм төбәктең стратегик ролен билдәләне.
–Башҡортостан өсөн был эштә ҡатнашыу мөһим роль уйнай. 2026 йылдың февралендә медицина университеты мРНК-технологияларын үҫтереү Фәнни-техник үҙәге составына инде. Бер үк ваҡытта уҡыу йорто индивидуалләштерелгән биотехнологик дарыу препараттарын әҙерләүгә һәм ҡулланыуға хоҡуҡлы медицина ойошмалары исемлегенә индерелде. Республика Хөкүмәте инфраструктураны үҫтереү, ведомство-ара аралашыу, кадрҙар әҙерләү һәм шарттарҙы яҡшыртыу тәңгәлендәге эштәрҙе хуплаясаҡ. Беҙҙең өсөн төбәктә булдырылған фәнни һәм белем майҙандарының федераль проекттарҙа һорау менән файҙаланыуы һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн һөҙөмтәле булыуы мөһим, – тине ул сығышында.
Александр Шельдяев Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Гамалея исемендәге фәнни эпидемиология һәм микробиология тикшеренеү үҙәгенә берлектәге эш һәм республикаға ышаныстары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Был яңы технологияларҙы үҫтереү хәҙерге заман биомедицинаһы өсөн перспективалы йүнәлештәр иҫәбенә инә. Уны үҫтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың дарыу препараттарын етештереүҙең ватан технологияларын булдырыу тураһындағы ҡарарҙарына ярашлы алып барыла. Консорциумда 20 ойошма ҡатнаша, шул иҫәптән илдең биш медицина университеты. Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, академик Валентин Павлов университеттың фәнни һәм клиник потенциалы хаҡында һөйләне.
Гамалея исемендәге фәнни эпидемиология һәм микробиология тикшеренеү үҙәгенең ғилми етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Гинцбург әйтеүенсә, консорциум мРНК -технологияларын үҫтереү һәм ғәмәлгә индереү өсөн фән һәм медицина ойошмаларының көсөн берләштерә. Төп бурыстарҙың береһе – онкологияға дусар пациенттар тураһында генетик мәғлүмәттәр тупланған ватан дата-үҙәген булдырыу.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.