Сәләмәт булайыҡ
22 Октябрь , 13:45

Ни өсөн хәтер насарлана?

Уны һаҡлау өсөн нимә эшләргә? Белгестәрҙең кәңәшенә күҙ һалайыҡ.   

Добавить в предпочтительные источники Google
Ни өсөн хәтер насарлана?Ни өсөн хәтер насарлана?
Ни өсөн хәтер насарлана?

ВОЗ белгестәре хәтерҙе һаҡлаусы ябай ғәҙәттәр тураһында һөйләй.

Әйбереңде ҡайҙа ҡуйғаныңды онотаһың, таныш кешенең исеме телгә килмәй, ни өсөн бүлмәгә инеүеңде иҫкә төшөрә алмайһың.... Бындай хәл менән күптәр осрашалыр. Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хәтерҙе нисек һаҡларға була икәнлеге тураһында кәңәштәрен бирә. Кәңәштәрҙең күбеһе ябай ғына.

Онотоусанлыҡ һәр кемдә күҙәтелергә мөмкин, бигерәк тә ныҡ арығанда, даими йоҡо туймағанда, нимәгәлер борсолоп йөрөгәндә. Шулай уҡ,  ВОЗ белгестәре әйтеүенсә, хәтерҙең һәм фекерләүҙең насарайыуына килтереүсе сәбәптәр бар, һәм уларҙың бер өлөшөнә үҙебеҙ йоғонто яһай алабыҙ.

Хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам иткән ғәҙәттәр

Иң беренсе — хәрәкәт. Белгестәр һәр көн хәрәкәтләнеүҙе иң мөһим кәңәштәрҙең береһе тип һанай. Бының өсөн спортзалға йөрөү кәрәкмәй, көндәлек эштәрҙе башҡарыу ҙа хәрәкәтте алмаштыра ала.

Икенсеһе — ҡан баҫымы, ҡандағы шәкәр һәм холестерин. Был күрһәткестәр юғары булһа, хәтергә лә зыян килә, шуға уларҙы тикшерергә һәм көйләп торорға кәрәк. Туҡланыу ҙа, ауырлыҡ та шул йоғонто яһай: баланслы ашау һәм һаулыҡ өсөн уңайлы ауырлыҡты тоторға тәҡдим ителә.

Өсөнсөһө — йоҡо. Насар йоҡо исемлектә хәтергә зыян килтереүсе сәбәптәр араһында тора.

Дүртенсеһе — кешеләр менән аралашыу. Яңғыҙлыҡ — ВОЗ күрһәткән хәүефтәрҙең береһе, ә һөйләшеү, китап уҡыу, яңы нәмә өйрәнеү, киреһенсә, хәтерҙе нығыта. Борон башҡорттар ете быуынын да иҫтә тотҡан. Был да хәтер өсөн ғәжәп күнегеү булған.

Бишенсеһе —Ҡолаҡ ишетеүе насарайһа, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән ишетеү аппараты ҡулланыуҙан оялырға ярамай.

Хәтер өсөн зыянлы

Тәмәке, спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ эсеү һәм хәрәкәтһеҙлек исемлектә тора. Шулай уҡ һауаның боҙолоуы, оҙайлы күңел төшөнкөлөгө хәтергә зыян итә.

Онотоусанлыҡ көндәлек тормошҡа ҡамасаулай башлаһа, табипҡа күренергә кәрәк, сәбәбен тик ул ғына асыҡлай ала.

Сығанаҡ: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ).

Фото: нейроселтәрҙән.

Автор:Илмир Ҡотлогилдин