Сәләмәт булайыҡ
23 Октября , 12:40

Көнөнә ярты сәғәт атлау ҙа файҙалы

Һаулыҡ һаҡлау белгестәре уның йөрәккә, күңел торошона, хәтергә һәм йоҡоға нисек тәьҫир итеүе тураһында һөйләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көнөнә ярты сәғәт атлау ҙа файҙалыКөнөнә ярты сәғәт атлау ҙа файҙалы
Көнөнә ярты сәғәт атлау ҙа файҙалы

Йөрәк, ҡан баҫымы, кәйеф, йоҡо — быларҙың барыһына ла хәрәкәтләнеү ярҙам итә.  

Иҫәпләүҙәренсә, донъялағы оло кешеләрҙең 31 проценты — һәр өсөнсө кеше тиерлек — тәҡдим ителгәндән әҙерәк хәрәкәтләнә. Был күрһәткес үҫә бара: 2010 йылдан 2022 йылға тиклем ул 5 процентҡа артҡан.

Хәрәкәт тәнгә лә файҙалы, күңел торошона ла ыңғай тәьҫир итә. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, юғары ҡан баҫымы һәм ололарҙа йыш осрай торған икенсе тип шәкәр диабеты хәүефен кәметә. Күңел төшөнкөлөгө һәм борсолоу халәтендәге кешенең хәлен еңеләйтә, хәтерҙе һәм фекерләүҙе яҡшырта, йоҡоно көйләй.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре һәр кемгә аҙнаһына кәмендә 150 минут атлап йөрөргә кәңәш итә. Ул көнөнә ярты сәғәткә, аҙнаһына биш көнгә тиң. Бының өсөн шәп-шәп атлау, велосипедта йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө хәрәкәтле уйындар, бейеү ҙә ярҙам итә. 

Иң мөһиме — башлау. Ултырып үткәргән ваҡытты кәметергә, хәрәкәт итеүгә көс күнегеүҙәрен дә өҫтәргә кәңәш ителә: улар һәр кемгә файҙалы.

Ауыр сирҙәре булғандар ниндәй хәрәкәт яраҡлы икәнен алдан табиптан һорашһын.

Сығанаҡ: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ).

Автор:Илмир Ҡотлогилдин