Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Июнь 2018, 19:01

Көҙгө һайлауға әҙерлек

“Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар һайлау буйынса партия эсендә алдан тауыш биреү үткәрҙе. Республика буйынса төрлө район һәм ҡалаларҙа 662 һайлау участкаһы, шул иҫәптән баш ҡалала 77 нөктә эшләне. 3 июндә улар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем һайлауҙа ҡатнашҡан граждандарҙы ҡабул итте. Тауыш биреүҙә һайлаусыларға бер нисә фамилияны күрһәтеү мөмкинлеге булды.

Был процедура ғәҙәти һайлау менән оҡшаш. Тауыш биреүҙә округта теркәлгән, ниндәйҙер партияла тороу-тормауына ҡара­маҫтан, һайлау хоҡуғына эйә булған һәр граждан ҡатнашты. Алдан тауыш биреүҙең төп принциптары – асыҡлыҡты, конкурент­лыҡты һәм легитимлыҡты тәьмин итеү. Әлбиттә, праймеризда өйҙә тауыш биреү мөмкин булманы, күсмә йәшниктәр ҙә ҡулланылманы. Шулай ҙа беренсе тапҡыр интернеттағы сайтта электрон тауыш биреүҙең уҙғарылыуы һайлауҙың ойошҡанлыҡ менән үтеүенә булышлыҡ итте.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән еткереүҙәренсә, иртәнге сәғәттәрҙә халыҡтың 2,17 проценты тауыш биреп өлгөргән. Һандар телендә был 60461 мең кеше тигән һүҙ. 2016 йылда үткән һайлау менән сағыштырғанда, күрһәткестәр саҡ ҡына юғарыраҡ, ул саҡта дөйөм һан 2,07 процент тәшкил иткән. Һайлау мәлендә тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәгән.
Киске сәғәт 6-ға алдан тауыш биреүселәр һаны 12,09 процент тәшкил итеп, республи­каның 369 881 мең гражданы үҙ тауышын биреп өлгөргән ине.
Дөйөм алғанда, 584 кандидаттың исеме тәҡдим ителгәйне. Билдәле булыуынса, улар һайлау алдынан округта йәшәүселәр, йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙар үткәрҙе.
Әле алдан тауыш биреүҙе иҫәпләү уҙғарыла, рейтинг төҙөлә һәм иң күп тауыш йыйған дәғүәселәр кандидаттар исемлегенә индерелә. Алдан тауыш биреүҙең тулы һөҙөмтәләре бөгөн билдәле буласаҡ, тип хәбәр итәләр “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенән.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау 9 сен­тябрҙә була. Республикала йәшәүселәр 110 депутатты һайлаясаҡ. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округтар, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса.
Р. МӨҘӘРИСОВА.
* * *
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы территориаль иҫәп участкаһында тауыш бирҙе. Уның әйтеүенсә, праймериз – сентябрҙә үтәсәк һайлауҙа ҡатнашыусыларҙы баһалау ул.
– Мин йәштәр өсөн тауыш бирҙем. Улар араһында студенттар ҙа, аспиранттар ҙа, “Йәш Гвардия” ағзалары ла бар ине. Күре­неүенсә, беҙҙә сәйәсәт менән шөғөлләнергә, эшләргә, ғәҙеллек өсөн көрәшергә теләгән кешеләр байтаҡ. Йәш саҡта бик күп эштәр башҡарғы килә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Егеттәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан ваҡыт үтеү менән етди сәйәсмәндәр үҫер тигән ниәттәмен. Ә хәҙер иһә улар тәжрибә туплай.
Р. ХӘСӘНОВ.
Читайте нас в