Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Апрель 2019, 22:21

Конкурс эше дауам итә

Республика Арбитраж суды “Башҡортостан нәшриәте” дәүләт унитар предприятиеһында конкурс эштәрен башҡарыу ваҡытын тағы ла ярты йылға оҙайтты.

Республика Арбитраж суды “Башҡортостан нәшриәте” дәүләт унитар предприятиеһында конкурс эштәрен башҡарыу ваҡытын тағы ла ярты йылға оҙайтты.
Предприятиеның конкурс идарасыһы Антон Даниленков конкурс эштәрен туҡтатып, ғәмәлде тышҡы идараға күсереү тураһындағы әүәлге юлламаһын кире алды. Эштең йомғаҡтары суд тарафынан 15 июлдә тыңлана.
Нәшриәттә конкурс эштәрен башҡарыу ваҡыты 23 ғинуарҙа үткәйне. Суд, Антон Даниленковтың юлламаһын ҡәнәғәтләндереп, бурыслының конкурс массаһы тейешенсә тупланмаған, мөмкинлектәр тулыһынса файҙаланылмаған, тип билдәләне.
“Башҡортостан” нәшриәте милексе – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ғаризаһына ярашлы, банкрот тип танылғайны. Уның активтарының баҙар хаҡы 520 миллион һум күләмендә баһалана, шул иҫәптән күсемһеҙ милек – 313 миллион һум, ҡорамалдар – 202,37 миллион һум. Иң ҡиммәтле күсемһеҙ актив – ун ҡатлы Матбуғат йорто бинаһы (хаҡы 201 миллион һум), иң ҡиммәтле ҡорамал – Uniset-6 офсет баҫыу машинаһы (хаҡы 131,27 миллион һум). Кредиторҙарҙың предприятиеға талабы 380 миллион һум күләмендә баһалана.
15 апрелдә үтәсәк кредиторҙар йыйылышында предприятие милке нигеҙендә яңы акционерҙар йәмғиәтен ойоштороу мәсьәләһе тикшереләсәк.
Читайте нас: