Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Апрель 2019, 15:41

Стәрлетамаҡта яңы етәксе. Кем ул?

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Әнүәр Абдрафиҡов тәғәйенләнде.

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Әнүәр Абдрафиҡов тәғәйенләнде. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе. Элекке башлыҡ Рөстәм Баһауетдинов үҙ теләге менән вазифаһынан бушатылды.
Әнүәр Абдрафиҡов 1954 йылдың 12 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын һәм Свердловскийҙа Урал социаль-сәйәси институтын тамамлаған. 1975 йылдан 1981 йылға тиклем Стәрлетамаҡ РК ВЛКСМ-ында ойоштороу бүлеге инструкторы, 1981 йылдан 1987 йылғаса “Рощинский” совхозы партком секретары. 1987 йылда Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡытыу буйынса директор урынбаҫары итеп эшкә күсерелә. 1989 йылдан “Рощинский” совхозы директоры.
Ул “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалы, Салауат Юлаев һәм “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары менән наградлана, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, бер нисә саҡырылыш район Советы депутаты.
Читайте нас: