Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Апреля 2019, 12:53

Элекке Премьер яңы вазифаға тәғәйенләнде

“Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығында үҙгәреш булды. Федераль юл агентлығы фарманына ярашлы, идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Азамат Илембәтов тәғәйенләнде.

“Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығында үҙгәреш булды. Федераль юл агентлығы фарманына ярашлы, идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп Азамат Илембәтов тәғәйенләнде. 2011 – 2012 йылдарҙа ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры булып эшләгәйне.
Азамат Фәттәх улы Илембәтов 1972 йылдың 26 сентябрендә Өфөлә тыуған. В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Бүребай руда идаралығында баш маркшейдер булып башлай. Төрлө йылдарҙа Ер-кадастр бюроһы начальнигы, Октябрьский ер аҫты руднигы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, Бүребай руда идаралығында генераль директор урынбаҫары, Хәйбулла тау компанияһында баш инженер, Башҡортостан Министрҙар Кабинеты Аппаратында баш белгес, иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы, Урал тау-металлургия компанияһы-холдингында идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, “НИИТЭХИМ” йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 2011 – 2012 йылдарҙа – Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры.
Читайте нас