Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Апрель 2019, 17:43

Илона Макаренко – яңы рәйес

Бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына яңы рәйес һайланды. Ул – Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры Илона Макаренко. Уның кандидатураһы өсөн Үҙәк һайлау комиссияһының 12 ағзаһы ла ыңғай тауыш бирҙе.

Бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына яңы рәйес һайланды. Ул – Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры Илона Макаренко. Уның кандидатураһы өсөн Үҙәк һайлау комиссияһының 12 ағзаһы ла ыңғай тауыш бирҙе.
Радий Хәбировтың ҡарары менән Илона Макаренко төбәкҮҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнгәйне, ә икенсе көнөнә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы уның кандидатураһын рәйес вазифаһына тәҡдим итте.
Ултырышта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ҡатнашты.
– Беҙ үҙебеҙҙә уҙған ултырышта рәйеслеккә Илона Макаренконың кандидатураһын тәҡдим иткәйнек. Ныҡлап биографияһын өйрәнгәндән һуң, уның тормошо Башҡортостан менән бәйле, ә үҙенең юрист булыуы, ҡануниәтте яҡшы белеүе оҡшаны, – тине Евгений Шевченко. – Башҡортостан алдында быйыл мөһим бурыс тора – төбәк Башлығын һайларға кәрәк. Уны асыҡ, легитим һәм һайлау ҡануниәтенә ярашлы үткәрерһегеҙ тип ышанабыҙ.
Константин Толкачев Илона Макаренконы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы һәм республика мәнфәғәтендә бергә эшләргә саҡырҙы. “Һайлауҙың нисек үтеүенә беҙҙең халыҡ битараф түгел. Ул дөрөҫ, асыҡ үтһен өсөн бар көстө һалырға кәрәк”, – тине ул.
Белешмә: Илона Макаренко 1968 йылдың 8 февралендә Өфөлә тыуған. Юридик фәндәр докторы, профессор. 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры. Ул 100-ҙән ашыу ғилми эш авторы.
Читайте нас: