Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Апрель 2019, 18:40

Башлыҡ китте, урынына кем килде?

Межгорье ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Илья Терехов тәғәйенләнде.

Межгорье ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Илья Терехов тәғәйенләнде.


– Әүәлге башлыҡ Виктор Панченко үҙ теләге менән отставкаға китте. Ҡала Советы ултырышында элекке ҡала Советы секретары Илья Сергеевичты тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.


Хәбәр ителгәнсә, Виктор Панченко “вазифа вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтеңдә файҙаланыу” тигән статья буйынса енәйәт эше фигуранты булғайны.


Шулай уҡ Нефтекама ҡала Советы депутаттары 30 йәшлек Ратмир Мәүлиевте ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына раҫланы. Март айында ул Нефтекама мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне.


Читайте нас: