Липецк ҡалаһы янындағы хәрби аэродром биләмәһендә үҙ-үҙенә ҡул һалған Башҡортостан һалдатының шәхесе асыҡланды. Егет Хәйбулла районының Сиҙәм ауылынан булған.
22 йәшлек Айрат С. 14 апрелдә таңғы сәғәт 6-ла автоматтан атылған. Был ғәҙәттән тыш хәлде Рәсәй Эске эштәр министрлығының хәрби идаралығы белгестәре, Тамбов гарнизоны тәфтишселәре тикшерә.
Айраттың үлер алдынан хушлашыу хаты яҙғаны билдәле. Унда егет был хәлдә тик үҙе ғәйепле икәнен, “тормош менән ҡәнәғәт булмауын” белдергән.