Атап әйткәндә, “Демография”, “Мәғариф”, “Мәҙәниәт”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам күрһәтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек башланғыстарына булышлыҡ итеү” кеүек милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеттарын ойоштороу хаҡында һүҙ бара. Комитеттарҙың составына республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ойошмалар һәм учреждениелар вәкилдәре инде.