Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апреля 2019, 09:46

Эшлекле йыйын килешеүҙәргә юл аса

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Татарстан Республикаһы көндәре бара. Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған сара юғары кимәлдә үтә һәм ифрат күп яҡлы.

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Татарстан Республикаһы көндәре бара. Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған сара юғары кимәлдә үтә һәм ифрат күп яҡлы.


Сиратта – эшлекле форум. Бөгөн асылған “Башҡортостан – Татарстан” тип аталған бизнес-сараның төп маҡсаты – тармаҡ-ара килешеүҙәр төҙөү, машиналар эшләү, нефть сәнәғәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм темаларына эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү, тәжрибә уртаҡлашыу, хеҙмәттәшлек нигеҙҙәрен булдырыу.


Бизнес-форум “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге майҙанда, Татарстан Республикаһының агросәнәғәт техникаһы күргәҙмәһе менән асылды. Эшлекле сарала ҡатнашыусыларҙы туғандаш республикалар етәкселәре Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов тәбрикләне. Артабан ике төбәктең сәнәғәт ҡеүәте, туризм мөмкинлектәре, республикаларҙың эре предприятиелары үҙенсәлектәре тураһында ведомство, ойошма етәкселәре сығыш яһаны. Бизнес-форумда бихисап тармаҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.
Читайте нас