Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель 2019, 13:39

Мәскәүҙән Бөрйән вики-өләсәйҙәрен күрергә килде

Бөрйәндә район башҡорттары ҡоролтайы үтте. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, БашВики етәксеһе Рөстәм Ғатауллин һәм Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ, «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры Владимир Медейко Бөрйәндең вики-өләсәйҙәре менән осрашты.

Көндөң икенсе яртыһында район тормошона битараф булмаған милләттәштәр ҡоролтай ултырышына йыйылды. Сара сиктәрендә эшҡыуарлыҡ, спорт, туризм, экология, йәмәғәт ойошмалары, урман темаларына арналған айырым секциялар эшләне. Милләт, тел яҙмышы прблемалары һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Ҡоролтай" төркөмөнән.