Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель 2019, 14:43

Рөстәм Миңлехановҡа – Салауат Юлаев ордены!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.


Сарала төбәктәр араһындағы социаль-иҡтисади, мәҙәни хеҙмәттәшлек барышы менән ҡәнәғәтләнеү белдерелде һәм киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйылды. Татарстан етәксеһе беҙҙең республиканың үҙ юбилейын ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршы алыуы, киләсәккә тағы ла лайыҡлыраҡ пландар менән йәшәүе тураһында һөйләне.


Башҡортостан етәксеһе Указы менән Рөстәм Миңлеханов Салауат Юлаев ордены менән наградланды.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.