22 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Төркиә Республикаһының КОНСИАД сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар ассоциацияһы делегацияһы менән осрашты.
2008 йылда ойошторолған ассоциацияға төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 1 100 ҙур һәм урта предприятие инә. Уның маҡсаты – иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, эске һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү.
Осрашыуҙа нефть химияһы, еңел сәнәғәт, машиналар эшләү, төҙөлөш, ауыл хужалығы кеүек өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.
– Һеҙ тәҡдим иткән эшҡыуарлыҡ башланғыстарына һәр йәһәттән булышлыҡ итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.