Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Апрель 2019, 14:09

Константин Толкачев иҡтисади енәйәттәрҙең күп булыуы сәбәбен аңлатты

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Санкт-Петербургтағы Таврия һарайында Рәсәйҙең Ҡануниәт советының үҙе етәкселек иткән Милли хәефһеҙлекте тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комиссияһының ултырышын үткәрҙе.

Ултырышта иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәрҙең ҡаршы көрәшеү өлкәһендәге ҡануниәт мәсьәләләре ҡаралған.
– Был енәйәтселек төрө илебеҙҙә иң ныҡ таралғаны булып тора, – тине Константин Борисович. – Ошо йәһәттән ялған эшҡыуарлыҡ, банк эшмәкәрлеге менән законһыҙ шөғөлләнеү, нигеҙһеҙ кредит алыу, контрабанда, намыҫһыҙ юл менән табылған аҡсаны “йыуыу” кеүек күренештәр бихисап. Был осраҡта дәүләткә, намыҫлы эшҡыуарҙарға, халыҡҡа ҙур зыян килтерелә.

Республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Константин Толкачев бының сәбәптәрен енәйәтселеккә ҡаршы ҡануниәттәге етешһеҙлектәргә, дәүләт органдарындағы ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең коррупцияға бирелеүенә бәйле тип атаған. Тәфтиш эшенең тейешенсә алып барылмауы, хоҡуҡ һаҡлау органдараның ресурстары етерлек булмауы ла был күренеште көсәйтә.

Ултырышта норматив-хоҡуҡи акттарҙың коррупцияға юл ҡуйыусы ҡағиҙәләренә эскспертиза үткәрергә ҡарар ителгән һәм башҡа саралар билдәләнгән.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас: