Закондарҙың маҡсаты халыҡтың көнитмешен уңайлы итеү булһын.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина сәйәсәткә бөгөн генә килеп инмәне. Студент йылдарында уҡ ул дөйөм ятаҡ, университет, Башҡорт йәштәре иттифағы, республика йәштәре тормошонда ҡайнап йәшәне. Леонид Гайдайҙың “Кавказ тотҡоно” фильмындағы “Ул – студент, активист, комсомол, спортсы, ғөмүмән, һылыуҡай” тигән һүҙҙәр тап уға ҡарата әйтелгән кеүек. Шуға ла уның менән осрашҡанда әңгәмәне ошо йүнәлештәге һорауҙан башланым да инде.
– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, бындай әүҙемлек, ойоштороу һәләте, көс-ҡеүәт ҡайҙан килә?
– Бала саҡтан, ниндәй генә эшкә тотонһам да, һөҙөмтәгә өлгәшергә тырыштым, башлаған эште аҙағына еткереп башҡарыу мөһим ине. Мәктәп йылдарында уҡ алдыма яуаплы бурыстар ҡуйылды: класс старостаһы, отряд советы рәйесе, комсорг. Миңә ышанған уҡытыусыларҙың, класташтарҙың өмөтөн аҡлар өсөн ошо йөкләмәләрҙең һәр береһенә оло яуаплылыҡ менән ҡараным, шуға ла беҙҙең класс, отряд һәр саҡ яҡшылар рәтендә булды.
Бөтә нәмә лә нәҫелдән һалына, шул иҫәптән лидерлыҡ сифаты ла. Бының өсөн атай-әсәйемә һәм олатай-өләсәйемдәргә рәхмәт. Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтек. Бөтәбеҙ ҙә юғары белем алдыҡ, өсөбөҙ – ғалим, бөтәбеҙ ҙә хеҙмәт һөйгән Ҡолһариндар нәҫелен дауам итеп, төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөйбөҙ. Атайым колхоз идаралығында эшләне, аҙаҡ хакимиәт башлығы булды, ә әсәйем тәүҙә медицинала, аҙаҡ мәғариф учреждениеһына етәкселек итте, хаҡлы ялға ауыл хакимиәте башлығы вазифаһынан сыҡты. Олатай-өләсәйемдәр – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, мағариф өлкәһендә һәм партия эшендә әүҙем эшләне.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, тәүге курста уҡ староста итеп һайланылар, студент, йәштәр ойошмаһының лидеры булдым. Дәүләт йәштәр сәйәсәте комитетында эшләгәндә төбәк-ара һабантуйҙар, хеҙмәт формированиелары, турист фестивалдәре, спорт чемпионаттары һәм турнирҙары, ижади фестивалдәр һәм конкурстар кеүек меңәрләгән йәштәрҙе йыйған майҙандарға идара иттем. Үҙем, бойомға ашырылған эш һөҙөмтәһен күреп, ҙур ҡәнәғәтлек кисерә инем.
Совет ваҡытында үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә пионер һәм комсомол ойошмалары эше дәүләт кимәлендә ҡуйылғайны. Бөгөн йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары күп – республикала ғына 60-тан ашыу иҫәпләргә була, ләкин күпселек бер-береһе менән бәйләнештә түгел. Улар үҙ мәсьәләләрен дәүләт структуралары менән бергә хәл итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ғөмүмән, үткән юлым мине сыныҡтырҙы.
– Ҡатын-ҡыҙҙың сәйәсәттәге урынын нисек күрәһегеҙ? Депутат булараҡ, үҙегеҙҙе ир-егет коллегаларығыҙ араһында нисек тояһығыҙ?
– Минеңсә, сәйәсәттә кешеләрҙе гендерлыҡ сифатына ҡарап бүлергә ярамай. Гүзәл зат ҡайһы берҙә ир-егет күрмәгән мәсьәләләрҙе күрә, тоя белә, тулы яуаплылыҡ менән ҡарай.
Эйе, сәйәсәттә ҡатын-ҡыҙ күп, әммә уларҙың барыһы ла ысын сәйәсмән булып китә алмай. Был кимәлгә етеү өсөн һинең дәүләт даирәһендә фекер йөрөтөү һәм күҙаллау тәжрибәң, аҡылың булырға тейеш. Мәҫәлән, мин хеҙмәт юлымды тәүҙә балалар баҡсаһында ябай тәрбиәсе булып башланым, һуңынан мөдир булараҡ дауам иттем. Өфөгә күскәс, Чечен һуғышы кампанияларының ҡыҙыу мәлендә Республикалағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм ҡораллы низағтарҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙе социаль-психологик реабилитациялау хеҙмәтенә, һуңынан Республика йәштәре өсөн хеҙмәт мәшғүллеге үҙәгенә етәкселек иттем. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләү тәжрибәм дә бар. 2010 йылдан “Өфө кизе-мамыҡ комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары булып эшләйем. Был эшем үҙемде иҡтисадсы, сәнәғәтсе, идарасы ролендә һынап ҡарау һәм тәжрибә туплау мөмкинлеген тыуҙырҙы.
1995 йылдан бирле республиканың ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашам, әле Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы рәйесемен. Өфө ҡалаһының Киров районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының президиум ағзаһы, “Халыҡ контроле” проекты етәксеһе кеүек вазифаларҙа тәжрибә тупланым.
– Бөгөн депутат ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип иҫәпләйһегеҙ?
– Депутат тәжрибәле, төрлө яҡлап та камил булырға, халыҡ мәнфәғәтен яҡларға, йәмғиәттә әүҙем эштәр башҡарырға бурыслы, һәм ошондай хеҙмәте уға мәртәбә өҫтәй. Һайлаусылар менән бергә булғанда ғына уларҙың мәсьәләләрен күрергә һәм хәл итергә мөмкин.
Атай-әсәйем ғүмер буйы партия эшендә, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне, беҙ ҙә уларҙың бурыстарына ниндәй яуаплылыҡ менән ҡарағанын күреп үҫтек. Шуға ла килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итеү юлдарын төҫмөрләү тәжрибәһе миндә бала саҡтан тупланғандыр. Үҙем һәр ваҡыт хәрәкәттә, үҙ-үҙемде үҫтереүҙән, уҡыуҙан туҡтамайым. Мәҫәлән, былтыр, Ҡазан федераль университетының Ғилми советында ун биш йыл эҙләнеүҙәр алып барған ғилми хеҙмәтемде – докторлыҡ диссертациямды уңышлы яҡлап, филология фәндәре докторы дәрәжәһенә өлгәштем. Был да эшемдә – халыҡтың тормошон аңлауҙа, башҡорт халыҡ ижадын һаҡлауҙа һәм пропагандалауҙа ярҙам итә.
Минең фекерем – депутат халыҡтыҡы булырға тейеш. Кем кешеләрҙең тын алышын тоя, бергә һулыш ала, тауышын ишетә, шул ғына ысын халыҡ илсеһе була ала.
– Депутат булырға нимә этәрҙе?
– Дәүләт власы органдарында эшләү тәжрибәм, Бөтә Рәсәй һәм төбәк йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булараҡ, әүҙем гражданлыҡ позициям һайлаусыларҙы борсоған мәсьәләләргә власть әһелдәренең иғтибарын ныҡлы йәлеп итеү, бының менән көнүҙәк, бигерәк тә социаль өлкәләге проблемаларҙы хәл итеүгә үҙ өлөшөмдө индереү теләге депутатлыҡҡа алып килде. Әйткәндәй, йәштәр менән эшләгән дәүерҙә Өфө ҡалаһының Киров районы советы депутаты булып һайланып, уңышлы эшләү тәжрибәм дә бар.
Бөгөн иһә 28-се бер мандатлы Ҡыҙыл һайлау округынан депутатмын. Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан һайлаусыларым төрлө мәсьәләләр менән күп килә, үҙем дә осрашыуҙарға йыш сығам. Әбйәлил районында ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнашһа, Баймаҡта ир-егеттәрҙең ижтимағи ойошмалары көслө.
Мөрәжәғәттәрҙең төрлөһө бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы халҡы модулле ФАП һорай. Ауыл район үҙәгенән 60 саҡрым алыҫлыҡта ята, халыҡ урындағы медицина ярҙамын ун йыл көтә. Минең округта күп балалы әсәйҙәр байтаҡ, улар араһында “Әсәлек даны” миҙалын юллай алмай йонсоғандары ла бар. Башҡорт телен уҡытыу, мәсеттәрҙе төҙөкләндереү, этноспортты үҫтереү, эскелеккә ҡаршы көрәшеү, гидроним һәм топонимдарҙың халыҡ атамаһын кире ҡайтарыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап киләләр.
Үҙем Стәрлебаш районынан, шуға ла үҙебеҙҙәге халыҡтың тормошо менән сағыштырам да, Урал аръяғы райондарындағы башҡорт ауылдарының йылдар буйы ҡаралмауына йөрәгем әрней. Милли кадрҙар әҙерләү өсөн урындарҙа ла инфраструктураны үҫтереү, уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим, шул иҫәптән юлдар ҙа, мәктәптәр ҙә, мәҙәниәт йорттары ла, интернет бәйләнеше лә булырға тейеш.
– Һеҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидаралыҡ, гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитетында эшләйһегеҙ. Һуңғы ваҡытта ҡануниәтте үҙгәртеү йәһәтенән ниндәй тәҡдимдәр индерҙегеҙ?
– Һайлауҙарҙа тауыш биреү ваҡытын арттырыуға ҡарата һайлаусыларым мөрәжәғәт итте. Миңә билдәле булыуынса, бындай мөрәжәғәттәр башҡа депутаттарға ла ебәрелгән. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ултырышында коллегаларыбыҙ менән ошо мәсьәлә буйынса фекер алыштыҡ һәм төҙәтмәне бер тауыштан хупланыҡ. Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә Берҙәм тауыш биреү көнө билдәләнгән. Был – уңыш йыйыу, ер менән бәйле көҙгө эштәр осоро. Ҙур ҡасабаларҙа һәм ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтың күбеһе ял көндәрендә үҙҙәренең баҡса, дача участкаларына, йә булмаһа республиканың башҡа райондарына һәм ҡалаларына ялға сыға. Тауыш биреү ваҡытын 21 сәғәткә тиклем оҙайтыу граждандарыбыҙҙың һайлауҙарҙа ҡатнашыуға хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу гарантияһын арттырыуға йүнәлтелгән. Был һайлау участкаларының ишектәре иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләйәсәк тигәнде аңлата.
Төбәктәрҙә ҡабул ителгән ҡанундар нигеҙендә Рәсәй парламентаризмы үҫә, шул уҡ ваҡытта федераль кимәлдә ҡабул ителгән закондарҙы бөтә төбәктәр ерлегендә лә ҡулланып булмай. Мәҫәлән, үҙәкләштерелгән мал салыу урындарына ҡағылышлы ҡануниәт, берҙән, санитар нормаларға өҫтөнлөк бирһә, икенсенән, кире яғы – 50-60 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан төпкөл ауылдарҙан район үҙәгенә малды салдырыуға алып килеү халыҡтан ҙур сығым һәм мәшәҡәт талап итә, шуға ла закондарҙың халыҡ тормошонан сығып, уның көнитмешен уңайлы итеү маҡсатын күҙ уңында тотоп ҡабул ителеүе мөһим.
– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, киләсәктә һеҙҙең кеүек халыҡ яҙмышына битараф ҡалмаған депутаттарыбыҙ күп булһын. Һеҙгә иһә тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!