Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Апрель 2019, 17:26

Владимир Путин башҡорт депутаттарының тәҡдимен хупланы

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Санкт-Петербургта илдең Закон сығарыусылар советы ағзалары менән осрашыуында сығыш яһаны һәм ҡайһы бер тәҡдимдәрен әйтте.

Ул балалы ғаиләләргә ташламалы ипотека биреү системаһын үҫтереүҙә ҡатмарлыҡ тыуыуы тураһында һөйләне: бер балаһы булған ғаилә кредит ала, ә икенсе балаһы тыуғас та ғаилә ташламалы алты процентлы ипотекаға күсереүҙе һорап документтар тапшыра, ләкин банк, “заемсының хәле хөртәйеүе” сәбәпле, был үтенесте кире ҡаға.

– Әсәлек капиталын файҙаланып ипотека алыуҙағы ташламалар буйынса Һеҙ хаҡлы, – тине Владимир Путин һәм Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Антон Силуановҡа ошо мәсьәләне иғтибарға алырға, Мәскәүгә әйләнеп ҡайтҡас та уның буйынса тәҡдимен индерергә ҡушты.

Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан
Читайте нас: