Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Апрель 2019, 17:28

Йүнселдәрҙе ҡыйырһыталармы?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы республиканың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Рафаил Ғибәҙуллиндың доклады менән башланып китте. Ул 2018 йылда беҙҙең төбәктәге йүнселдәрҙең хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре ниндәй нимәлдә яҡланыуына арналғайны.

– Доклад депутаттар өсөн генә түгел, ә республикабыҙ Хөкүмәте һәм, тәүге сиратта, эшҡыуарҙар өсөн фәһемле булғандыр тип уйлайым, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Шуға күрә Рафаил Ғәбиҙуллинға һорауҙарҙың күп булыуы ла ғәжәп түгел.

Улар, күреүеүеҙсә, депутаттарҙың һайлаусылар менән осрашыуҙары һөҙөмтәһендә тупланған. Бөгөнгө сығыш һәм фекер алышыу барышында әйтелгән бурыстарҙы хәл итеү өсөн башҡарма власть һәм үҙидара органдарынан, эшлекле даирәләрҙән етди эш талап ителә.

Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан
Читайте нас в