Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Апрель 2019, 15:33

Краснокамаға яңы башлыҡ эҙләйҙәр

Башҡортостан “Инцидент-менеджмент” системаһында эшләү буйынса Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында килә. Быйылғы тәүге квартал һөҙөмтәләре буйынса ни бары бер ҡала һәм дүрт район ғына“ҡыҙыл зона”ла – улар насар эшләгән. Иң яҡшыһы – Сибай менән Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре күрһәткестәре.

– Беҙ бар мәғлүмәтте белеп торабыҙ – кемде ниндәй проблема борсой, ҡайһы яҡта хакимиәт яуабы ҡәнәғәтләндермәй. “Ҡыҙыл зона”ға халыҡ мөрәжәғәттәрен ваҡытында эшкәртмәгән муниципалитеттар эләгә, – тине “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инцидент-менеджмент” системаһы – уйынсыҡ түгел, ә халыҡтың социаль хәле торошон билдәләгән әйбер тине. Күрһәткестәр насар булған район хакимиәттәре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, тиҙ арала эшкә тотонорға ҡушты. Улар араһында яңы ғына эш башлаған Салауат ҡалаһы һәм Асҡын районы етәкселәре лә бар ине.

– Эшкә тотонғас, талаптар барыһына ла бер. Краснокама районы, һеҙҙә хәл тотороҡһоҙ, был – һеҙҙең ғәйеп. Яҡшы район, кешеләр, иҡтисад, ә ниндәй хәлдәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға 1 июнгә тиклем был районға яңы хакимиәт башлығы табырға ҡушты.

Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас