Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Апрель 2019, 13:35

Асыҡ тыңлауҙар үткәрелә

“2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында мәғлүмәти белдереү.

“2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында мәғлүмәти белдереү.


Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты (артабан – закон проекты) буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында белдерә.


Асыҡ тыңлауҙар 2019 йылдың 15 майында иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) йыйылыш рәүешендә уҙғарыла.


Закон проектының тексы Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми порталында (www.npa.baskortostan.ru) һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырылған. Закон проектына “Граждандар өсөн бюджет” менән Башҡортостан Республикаһы Финанс министр­лығының рәсми сайтында “Асыҡ бюджет” киҫәгендә (https:// baskortostan.ru/documents/other/221537) һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.


Асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашырға, шулай уҡ сығыш яһарға теләгән граждандарҙы алдан теркәү 26 апрелдән 11 майға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем – тәнәфес) (347) 218-31-50 телефоны йәки kbudget@ baskortostan.ru электрон почтаһы аша үткәрелә.


Электрон теркәлгән осраҡта асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашырға ғариза ла ебәрелә. Телефон аша теркәлгәндә граждан үҙенең исем-шәрифен, тыуған көнөн, йәшәгән урынының, ойошма йәки йәмәғәт берекмәһе булған осраҡта, ошо ойошманың, берекмәнең адресын хәбәр итә. Асыҡ тыңлауҙарҙа сығыш яһарға теләгән кеше шулай уҡ сығышының темаһын хәбәр итә.


Закон проекты буйынса нигеҙләнгән иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр 11 май киске сәғәт 6-ға тиклем kbudget@ baskortostan.ru электрон почтаһы адресына ебәрелергә тейеш. Унда шулай уҡ исем-шәрифеңде, тыуған көнөңдө, йәшәгән ереңдең адресын, ойошма йәки йәмәғәт берекмәһе вәкиле булған осраҡта, уларҙың адресын күрһәтеү фарыз.


Асыҡ тыңлауҙарға килгән граждандарҙы теркәү 15 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан 9 сәғәт 45 минутҡа тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үткәрелә. Үҙегеҙ менән паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ алыуығыҙ һорала.


Асыҡ тыңлауҙарҙы үткәреү тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2017 йылдың 6 июлендәге “Сираттағы финанс йылға һәм план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһындағы һәм отчет финанс йылына Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһындағы Башҡортостан Республикаһы закондары проекттары буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү һәм уларҙың һөҙөмтәләрен билдәләү тәртибе хаҡында”ғы 2445-се ҡарары менән билдәләнә.
Читайте нас: