Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Апрель 2019, 15:22

Эшҡыуарҙар өсөн дә, Хөкүмәт өсөн дә фәһемле

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы республиканың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Рафаил Ғибәҙуллиндың доклады менән башланып китте. Ул 2018 йылда беҙҙең төбәктәге йүнселдәрҙең хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре ниндәй нимәлдә яҡланыуына арналғайны.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы республиканың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Рафаил Ғибәҙуллиндың доклады менән башланып китте. Ул 2018 йылда беҙҙең төбәктәге йүнселдәрҙең хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре ниндәй нимәлдә яҡланыуына арналғайны.


– Доклад депутаттар өсөн генә түгел, ә республикабыҙ Хөкүмәте һәм, тәүге сиратта, бизнесмендар өсөн фәһемле булғандыр тип уйлайым, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Шуға күрә Вәкилгә һорауҙарҙың күп булыуы ла ғәжәп түгел, улар, күреүегеҙсә, депутаттарҙың һайлаусылар менән осрашыу­ҙары һөҙөмтәһендә тупланған.


Әлбиттә, төрлө ойошмаларҙың шәхси предприятиеларҙы йыш тикшереүе осраҡтары тураһында ла һорауҙар булмай ҡалманы. Был тәңгәлдә контроль-күҙәтеү эшенең объекттарға ҡарата иҡтисади зыян килтермәҫлек итеп ойошторолоуы – төп шарт. Эшҡыуарлыҡ предприятиеларын тикшереүҙә ул айырыуса мөһим. Мәҫәлән, “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы менән республиканың Ветеринария идаралығы белгестәре үҙҙәре үк әйтеүенсә, был ике ойошма йыш ҡына бер-береһен ҡабатлай һәм тикшерелгән тармаҡта ҡатмарлыҡтар тыуыуына сәбәпсе була.


– Барыбыҙға ла билдәле: йыш ҡына тикшереүсе орган теге йәки был ойошмала бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмай һәм, ошо коллективты тыныс ҡалдырыу урынына, ҡабат-ҡабат килеп тикшерә. “Бер нәмә лә таба алмаһаҡ, беҙҙең эшмәкәрлекте сифатһыҙ тип таныясаҡтар”, – ти улар. Тураһын әйткәндә, был бер кем өсөн дә сер түгел, – тине депутаттарҙың береһе. – Бик теләгәндә һәр кемдә лә ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек табып була икәне аңлашыла: йә документта өтөр дөрөҫ ҡуйылмаған, йә башҡа берәй кәмселекте соҡоп сығарырға мөмкин. Шуға күрә инспекторҙарҙан мотлаҡ етешһеҙлек табыуҙы талап итеү дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем.


Йәмәғәтселек контроль-күҙәтеү эшенең сифатын күтәреүҙе һәм уның асыҡ булыуын, тәғәйен һөҙөмтә биреүен көтә. Бынан тыш, теләһә ниндәй контроль эшендә субъективизм, йәғни шәхси күҙлектән генә ҡарау булырға тейеш түгел. Уны ниндәйҙер ойошманан үс алыу маҡсатында үткәреү – бөтөнләй юл ҡуйылмаҫлыҡ күренеш.


Контролерҙарға ҡуйылған төп талап – хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау һәм уларҙы алдан иҫкәртеү. Килтерелгән зыянды һуңынан асыҡлау һәм ғәйеплеләргә яза биреү менән шөғөлләнгәнсе, эшҡыуарлыҡты сервис хеҙмәтләндереүенә – консультацияға, системалы аудитҡа, бизнесҡа башҡа төр йүнәлештәрҙә ярҙам итергә кәрәк.


Күптән түгел мотлаҡ талаптар буйынса комплекслы иҫкәртеүҙең федераль кимәлдә раҫланған стандарты үҙ көсөнә инде, һәм быйыл ул барлыҡ контроль-тикшереү органдарына таратыласаҡ. Һөҙөмтәлә был ойошмалар үҙ ресурстарын дөрөҫ бүлеп өйрәнергә, ә эшҡыуарҙар административ баҫымдың йомшарыуын һиҙергә тейеш.
Читайте нас: