Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Апрель 2019, 15:43

Криминаль хәл күҙәтеү аҫтында

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте таратҡан мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда криминаль хәл етди күҙәтеүгә алынған, борсоуға һалырлыҡ законһыҙ күренештәр күҙәтелмәй. Мәҫәлән, кеше үлтереү – 20, ауыр тән йәрәхәте яһау 9 процентҡа кәмерәк теркәлгән. Кеше талау, урлашыу кеүек енәйәттәр ҙә һирәгәйгән.

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте таратҡан мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда криминаль хәл етди күҙәтеүгә алынған, борсоуға һалырлыҡ законһыҙ күренештәр күҙәтелмәй. Мәҫәлән, кеше үлтереү – 20, ауыр тән йәрәхәте яһау 9 процентҡа кәмерәк теркәлгән. Кеше талау, урлашыу кеүек енәйәттәр ҙә һирәгәйгән.


Мәғлүмәттәрҙә коррупция күренеш­тәренә ҡаршы көрәш тә бер ни тиклем сағылыш таба. Стәрлетамаҡ ҡала­һында күп ҡатлы йорттарға йылылыҡ биреүсе ойошмала мутлыҡҡа, алда­шыуға юл ҡуйылыуы сәбәпле, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына ярашлы, енәйәт эше асҡандар. Бер төркөм вазифа әһел­дәре күрһәтелмәгән хеҙмәт өсөн граждандарҙан 60 миллион һумды законһыҙ алырға маташыуҙа ғәйеп­ләнә.
Кушнаренко районында иһә эшләмәгән һуғарыу ҡоролмаһын бер ЯСЙ-ға мөлкәт итеп законһыҙ биреү осрағы асыҡланған. Баймаҡ районында бер мәғариф учреждениеһын утын менән тәьмин итеүҙә билдәләнгән тәртипте тупаҫ боҙоу күҙәтелгән. Ғәҙеллек өсөн шуны билдәләү зарур: бында һүҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан асыҡланған хәл-күренештәр хаҡында бара.
Наркотик матдәләр менән законһыҙ эш итеү буйынса 5,5 мең енәйәт эше ҡуҙғатылып, 240 килограмм психик яҡтан көслө йоғонто яһаусы тыйылған матдәләр тартып алынған. Исемлектә – кокаин, каннабис, гашиш һәм синтетик матдәләр. Мәк, киндер баҫыуҙарында үҫемлектәр юҡ ителеп, судтарға 2,2 мең енәйәт эше оҙатылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 140 ойошҡан енәйәтсе төркөм фашланған.
Алкоголле эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә сик ҡуйыу йәһәтенән Өфө, Октябрьский ҡалаларында, Ҡырмыҫ­ҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондарында ялған продукция етештереү цехтары асыҡланып, ғәйеплеләргә 11,6 миллион һум штраф һалынған.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Былтыр алты полицейский – Рәсәйҙең дәүләт наградаһына, 8-е – Башҡортостан Республикаһыныҡына, 90-ы ведомство бүләгенә лайыҡ булған.


Читайте нас: