Рәсәй йәмғиәте ысын-ысындан кешелекле быуын тәрбиәләргә һәләтлеме? Рәсәй Конституцияһының 38-се статьяһында телгә алынғанса, “әсәлек һәм балалар, ғаилә – дәүләт яҡлауында”, “балалар тураһында хәстәрлек, уларҙы тәрбиәләү – ата-әсәнең тиң хоҡуғы һәм бурысы” тигән положениелар ғәмәлдә үтәлә, тип раҫларға нигеҙ бармы?
Әлбиттә, балаларын тәрбиә ҡылмаған ата-әсәне ниндәйҙер закон сиктәрендә яуаплылыҡҡа тарттырырға, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә, алимент түләтергә мөмкин, ләкин был йәмғиәттең киләсәген тәшкил итәсәк быуындар яҙмышын отошло хәл итеү алымы түгел, сөнки социаль етемдәр теге йәки был ата-әсәнең еңел холҡо арҡаһында ғына ишәймәй. Был йәмһеҙ күренеш иң элек йәмғиәтебеҙҙең сифаты, унда эш иткән ҡағиҙәләрҙең кәмселеге тураһында иҫкәртә. Илдә сәләмәт, күпселектең мәнфәғәтен сағылдырған социаль-иҡтисади хәл булдырмай тороп, сәләмәт ғаиләләр тураһында хыялланыу урынһыҙ.
Ә илдә тормошто яҡшыртыу юлдары ул тиклем үк ҡатмарлы ла түгел, бының өсөн барлыҡ сәйәси көстәрҙең һәм, һис шикһеҙ, Рәсәйҙә һаман ойоша алмаған граждандар йәмғиәтенең бер йүнәлештә эш итеүе кәрәк.
Тик бер шик барыбер һаҡлана: эшҡыуарлыҡ традициялары элек тә көслө булмаған Рәсәйҙә бөтә милек халыҡтыҡы иҫәпләнеп, хосуси милекселек ҡаты эҙәрлекләнгән Советтар Союзынан һуң хәлде ҡырҡа үҙгәртеүҙә иҫәп тотоу нигеҙлеме? Йәмәғәтселек психологияһында теге йәки был күренештәрҙе еңеп сығыу өсөн оҙайлы ваҡыт, иң мөһиме – “һуҡтырылмаған” быуындар килеүе кәрәк.