Бөтә яңылыҡтар

Төрмәнән ҡасып ҡотола алманылар

Мәскәүҙә һуңғы ярты йылда йәмәғәтселекте борсоған енәйәт эшенә нөктә ҡуйылды. Эш аныҡ хөкөм срогы биреү менән тамамланды.

Мәскәүҙә һуңғы ярты йылда йәмәғәтселекте борсоған енәйәт эшенә нөктә ҡуйылды. Эш аныҡ хөкөм срогы биреү менән тамамланды.
Суд ҡалала хулиганлыҡ ҡылып, кеше туҡмап йөрөгән билдәле уйынсыларҙы – “Зенит” футбол клубынан Александр Кокорин менән “Краснодар” командаһынан Павел Мамаевты һәм уларҙың әшнәләрен хөкөм итте.


Былтыр октябрҙә был компания тәүҙә урамда Беренсе каналдың алып барыусыһы водителе Виталий Соловчукты туҡмай, артабан кафеға инеп, низағ ваҡытында Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы департаменты етәксеһе Денис Пак менән НАМИ-ның генераль директоры Сергей Ғайсинға тән йәрәхәттәре һала.


Суд ҡарары менән ғәйепләнеүселәр бер йыл да биш айға һәм бер йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде. Улар яза ваҡытын дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Әлбиттә, әле адвокаттарының апелляцияға биреү хоҡуғы бар.


Фото: РИА “Новости”.
Читайте нас: