АҠШ-тың дәүләт секретары, дипломат Майк Помпео киләһе аҙнала Рәсәйгә киләсәк, тип хәбәр итә “The Hill” гәзите.
Ул Президент Владимир Путин һәм сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашасаҡ. Маҡсат – ике яҡлы мөнәсәбәтте үҫтереү алымдары хаҡында фекер алышыу.
Майк Помпео АҠШ-тың Мәскәүҙәге вәкиллеге командаһы, эре америка бизнесмендары, студенттар менән дә осрашасаҡ, Билдәһеҙ Һалдат ҡәберлегенә сәскәләр һаласаҡ, тип хәбәр ителә.
Был эш сәфәре АҠШ Президенты Дональд Трамп менән Рәсәй лидеры Владимир Путиндың үткән аҙналағы телефон аша аралашыуы нигеҙендә ойошторола. Был һөйләшеүҙе Владимир Путин бик һөҙөмтәле тип билдәләгәйне.