Бөтә яңылыҡтар

Палатаның вәкәләттәре киңәйә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы тураһында”ғы башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Унда ошо органдың вәкәләттәре исемлеген киңәйтергә тәҡдим ителә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Контроль-иҫәп палатаһына тышҡы муниципаль финанс контролен тормошҡа ашырыу буйынса вәкәләттәрҙе үҙенә тапшырыу йәһәтенән муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары менән килешеү төҙөү хоҡуғы биреләсәк.

– Бындай саралар урындағы һәм төбәк кимәлдәрендә тышҡы финанс контроленең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, аҡсаның күсеүендә асыҡлыҡты тәьмин итеүгә, коррупцияны иҫкәртеүгә булышлыҡ итәсәк, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев.
Читайте нас: