“Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге” ассоциацияһының VIII съезы 17 майҙа Өфөлә Йәштәр һарайында уҙасаҡ.
Тәүҙә республика конкурсында еңеүселәрҙе Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында тәбрикләйәсәктәр.
Съезда урындағы үҙидаралыҡ органдарын борсоған мәсьәләләр ҡараласаҡ, яҡшы башланғыстар өйрәнеләсәк. Сара барышында күргәҙмә, концерт ойоштороласаҡ.