Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин хәрбиҙәргә ҡунаҡҡа барҙы

Әстрхан өлкәһенә эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Оборона министрлығының В. П. Чкалов исемендәге дәүләт осоу-һынау үҙәгендә булды.

Әстрхан өлкәһенә эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Оборона министрлығының В. П. Чкалов исемендәге дәүләт осоу-һынау үҙәгендә булды.


Ил етәксеһе заманса өр-яңы авиация техникаһы өлгөләрен, шул иҫәптән “Кинжал” ракета комплексын, “МиГ” һәм “Су” самолеттарын, пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡараны, һауа һөжүменә ҡаршы саралар – радиолокация станциялары, автоматлаштырыу комплекстары, “Панцирь” серияһынан булған, шулай уҡ “Витязь”, “Тор-М2У” хәрби машиналары, “Бук-М3” үҙйөрөшлө ут ҡулайламаһы һәм башҡа техника менән танышты.


Дәүләт осоу-һынау үҙәге аэродромына төшкәндә, Президент самолетын алты истребителдән торған “Су-57” төркөмө оҙатып барҙы. Аҙаҡ Владимир Путин ошо самолеттар пилоттары менән осрашты.

#ВладимирПутин


Фото: ТАСС
Читайте нас: