Сочиҙағы резиденцияһында ил Президенты Владимир Путин Америка Ҡушма Штаттарының дәүләт секретары Майк Помпеоны ҡабул итте.
Владимир Владимирович бер нисә көн элек АҠШ етәксеһе Дональд Трамп менән телефондан һөйләшеүен хәбәр итеп, һөҙөмтәлә Рәсәй-Америка бәйләнешенең тергеҙелеренә өмөт уяныуын белдерҙе.
Майк Помпео ла үҙ сиратында ошоға баҫым яһап, беҙҙең хеҙмәттәшлектә уртаҡ маҡсаттар бар, беҙҙең халыҡтар, бар донъя матур йәшәһен өсөн бергәләп эшләргә кәрәк, тине.