Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин Австрия етәксеһе менән һөйләште

Рәсәйгә Австрия Республикаһы Федераль президенты Александр ван дер Беллен килде.

Фото kremlin.ru сайтынан.
Рәсәйгә Австрия Республикаһы Федераль президенты Александр ван дер Беллен килде.


Сочиҙа ул дәүләт етәксеһе Владимир Путин менән һөйләште. Осрашыуҙа төрлө өлкәләрҙә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, көн үҙәгендә торған халыҡ-ара һәм төбәк проблемалары хаҡында фекер алышынды. Дәүләт етәкселәре берҙәм матбуғат конференцияһы ойошторҙо.


Владимир Путин менән Александр ван дер Беллен “Сочи диалогы” йәмәғәтселек форумының ойоштороу ултырышында ҡатнашты. Был сара Рәсәй һәм Австрияның граждандар йәмғиәттәре араһындағы тура бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә.