Бөтә яңылыҡтар

Етәксе ниндәй булырға тейеш?

Башҡортостандың идара итеү командаһында амбициялы кешеләр, тормошҡа ашырырға тейешле бурыстары даими арта барған ысын лидерҙар эшләргә тейеш.

Фото glavarb.ru сайтынан.
Фото glavarb.ru сайтынан.
Башҡортостандың идара итеү командаһында амбициялы кешеләр, тормошҡа ашырырға тейешле бурыстары даими арта барған ысын лидерҙар эшләргә тейеш.
Был хаҡта “Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының VIII съезында республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, залдағылар шуны ныҡлы аңларға тейеш: республиканың именлеге, халыҡтың лайыҡлы тормошо төбәк һәм муниципаль властың берҙәм эшенә бәйле. Кешеләрҙе буш вәғәҙәләр менән ышандырырға ярамай, һөҙөмтә кәрәк.
“Беҙҙең халыҡ хәбәр һатыуҙан һәм алдауҙан арыған. Әгәр ниҙер вәғәҙә иттегеҙ икән, был эшләнергә тейеш. Муниципалитет, ауыл биләмәһе башлыҡтары кешеләр менән даими осрашырға, граждандарҙы ҡабул итеү ойошторорға, уларҙың проблемаларын хәл итергә тейеш”, – тине республика етәксеһе.
Радий Фәрит улының һүҙҙәренсә, чиновниктар һәр ваҡыт уҡырға, өйрәнергә тейеш, бының өсөн республикала семинарҙар уҙғарылып тора. Башҡа төбәктәрҙең тәжрибә өлгөләренә лә иғтибар итеү мөһим. Властағы кеше намыҫлы, тәртипле, изге күңелле булырға тейеш.
Өҫтәүенә аҡса эшләргә, инвестициялар йәлеп итергә өйрәнергә, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам күрһәтергә кәрәк.
“Был йәһәттән булған бар программаларҙы, мөмкинлектәрҙе файҙаланыу мөһим”, – тигән бурыс ҡуйҙы Радий Хәбиров.
Читайте нас: