Бөтә яңылыҡтар

Һәр эштә һөҙөмтә булырға тейеш

Бөгөн Өфөлә "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге" ассоциацияһының VIII съезы бара. Йәштәр һарайында уҙған сарала республиканың төрлө төбәктәренән 900-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге" ассоциацияһының VIII съезы бара. Йәштәр һарайында уҙған сарала республиканың төрлө төбәктәренән 900-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.


Съезда ҡанашыусыларҙы Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләп, муниципаль хеҙмәткәрҙәр алдында торған аныҡ бурыстар һәм маҡсаттар менән таныштырҙы.


- Миңә, бынан 13 йыл элек, "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге" ассоциацияһының I съезын ойоштороуҙа ҡатнашырға насип булғайны. Беҙ һеҙҙең менән ысынында уҙаҡташтар. Республиканың яҙмышы беҙҙең эшкә бәйле, - тип башланы сығышын Радий Фәрит улы.


- Республика етәксеһе киләсәктә лә ошо тиҙлектә һәм алға ҡуйған маҡсатта эшләүен дауам итәсәген, шулай уҡ талаптарҙың артабан арта ғына барасағын белдерҙе. Мәҫәлән, Өфөлә әле саңға, юлдарҙағы соҡорҙарға ҡаршы көрәш барһа, уларҙы хәл итеп бөтөүгә яңы маҡсаттар, талаптар ҡуйыласаҡ.


- Һәр эштә һөҙөмтә булырға тейеш. Халыҡ буш һүҙҙән, алдаҡтан ялҡҡан. Әгәр эшләй алмаһығыҙ, вәғәҙә бирмәгеҙ, - тине республика етәксеһе.


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.