Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин башланғыс һалған бәйге

“Рәсәй лидеры” конкурсы “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының төп проекты булып тора. Ул ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән 2017 йылдың октябрендә Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар форумында старт алғайны.

Проект граждандарҙың һәләттәрен тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәтселек башланғыстарына ярҙам итерҙәй төрлө белем биреү, кадрҙар һәм социаль проекттарҙы берләштерә.

“Рәсәй лидеры” икенсе конкурсы еңеүселәре Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Был – илдең 104 иң яҡшы идарасыһы. Форум 6-8 июндә үтәсәк.

– Бөгөндән үк күптәре яуаплы урындарҙа эшләгән еңеүселәр киләһе йылдарҙа ватан эшҡыуарлығын, ил субъекттарын һәм хатта ҙур иҡтисади тармаҡтарҙы үҫтереүҙә бик ҙур роль индерә алыуҙарына ышанам, – ти Рәсәй Президенты советнигы Антон Кобяков.

Уның фекере буйынса, “Рәсәй лидеры” конкурсы еңеүселәрен алдынғы ил һәм сит ил идарасылары менән дискуссияға ҡушыу кәрәк. “Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы бының өсөн бик яҡшы майҙансыҡ булып тора”, – ти ул.

#ВладимирПутин

Фото: лидерыросии.рф
Читайте нас: