Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Май 2019, 22:00

Вазифаһынан киткәнен көтөп кенә торғандар...

Украинаның Дәүләт тикшереү бюроһы яңы ғына ил президенты вазифаһын бушатҡан Петр Порошенкоға "дәүләткә хыянат итеү" статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.

Фото: Reuters
Фото: Reuters
Украинаның Дәүләт тикшереү бюроһы яңы ғына ил президенты вазифаһын бушатҡан Петр Порошенкоға "дәүләткә хыянат итеү" статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.
Тикшереү экс-президент Виктор Янукович хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Портнов ғаризаһы нигеҙендә башланған. Әле Петр Порошенко "Конституция ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртеүгә йәки ҡолатыу, йәки дәүләт власын баҫып алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек", "Дәүләт хыянаты", "Хәрби хеҙмәт кешеһенең власты һәм хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыу" статьялары буйынса ғәйепләнә. Был хәл 2018 йылдың 25 ноябрендә Украина Хәрби диңгеҙ көстәрендәге карап төркөмөнөң Керч боғаҙы аша Ҡара диңгеҙҙән Азов диңгеҙенә сығыуына бәйле.
Бынан алда Генераль прокуратура судьялар ялыуы буйынса уға суд алды тикшереүен башлаған.
Читайте нас